Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 14:00

Депутаттан бүләк – янғынды киҫәтеүсе приборҙар

Иглин ауыл советы депутаты Антон Берлин ауыл биәмәһенә янғындарҙы киҫәтеүсе 100 ҡулайлама тапшырҙы

Депутат Антон Берлин бүләк иткән приборҙар социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләрҙең йорттарына ҡуйыласаҡ. Үткән йылда ла Иглин эшҡыуарҙары 100 прибор тапшырған ине.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был ҡулайламалар күп балалы ғаиләләргә, 2018 йылдан башлап бала тыуғанда, 55 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға бушлай бирелергә тейеш. Ҡалған граждандар приборҙарҙы махсус магазиндарҙан үҙаллы һатып алырға мөмкин. Уның хаҡы 250 һумдан башлана.
Фото: интернет селтәренән.
Читайте нас: