Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 20:00

"Рәсәй терәге”нә таянып...

Нуриман районы хакимиәте тәҡдиме менән йәш эшҡыуар Сәйҙелов Вилдан Альфред улы “Рәсәй терәге” берекмәһенең ағзаһы булып китте

​“Рәсәй терәге” ( “Опора России” ) берекмәһе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн ойошторолған аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы.
​Берекмә ағзалары Рәсәй, халыҡ - ара кимәлдә ойошторолған эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә арналған форумдарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашыуға һәм сит илдәрҙә стажировка үтеүгә мөмкинселек ала.
​Нуриман районы хакимиәте тәҡдиме менән йәш эшҡыуар Сәйҙелов Вилдан Альфред улы “Рәсәй терәге” берекмәһенең ағзаһы булып китте.
​Тормош иптәше Изалия Вәлиулла ҡыҙы менән улар район үҙәге Ҡыҙылъяр ауылында ҡатын - ҡыҙҙар өсөн “Нурматур” исемле матурлыҡ студияһы асты. Вилдан да, Изалия ла юғары белемлеләр. Ғаиләлә Әлмир исемле ул, Самира исемле ҡыҙ бала тәрбиәләйҙәр. Яңы төҙөлгән ҙур, иркен өйҙә донъя көтәләр. Иман юлынан барған ғаилә ислам тәғлимәттәренә тоғро ҡалып, дин йолаларын һаҡлап йәшәй.
​Тәүәкәл, уңған Сәйҙеловтар алда ҡуйылған маҡсаттарына һис шикһеҙ ирешер!
Читайте нас: