Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 18:30

Сыуалҡиптар программала ҡатнаша

"Иң кәрәге - техника,"- ти ауыл халҡы

Шишмә районының Сыуалҡип ауыл Советы ауыл биләмәһе халҡы "Урындағы башланғыстарҙы хуплау" программаһында дәррәү, берҙәм ҡатнаша.
Уҙған йыйылыштарҙа улар аҫылмалы ҡоролмалы "МТЗ - 82" тракторын һатып алырға ниәт ҡыла. Хаҡы миллион ярымлыҡ был тракторҙы алыу өсөн ауыл Советы - 150, бағыусылар - 100, ауыл халҡы - 368 мең һумы менән, программа шартына ярашлы, үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Ошо һанап кителгән сығымдарҙы түләргә риза булған ауылдаштар техниканың бик кәрәкле булыуын йәшермәй.
- Тракторлы булһаҡ, ҡары ла, сүбе лә таҙартылып, үләне лә сабылыр. Ауыл хакимиәте территорияһында янғынға ҡаршы профилактик саралар ҙа күрелер, - ти сыуалҡиптар.
Мәғлүмәт "Шишмә" район гәзитенән алынды.
Читайте нас: