Район үҙәге Мәҙәниәт йортонда уҡыу һәм эҙләнеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе фольклор - театр төркөмдәренең “Башҡортостан ынйылары” конкурс - фестивале үтте.
Муниципаль этапта бөтәһе 8 команда көс һынашты: Красная Горка мәктәбенең “Бал ҡорттары”, Никольский мәктәбенең “Амплуа”, Яңы Субайҙан “Етегән йондоҙ”, Иҫке Күл мәктәбенең “Иҫке Күл мәрйендәре”, Байгилде лицейының “Ынйылар”, Ҡыҙыл Шишмәнән “Дуҫ ҡыҙҙар”, Яңы Күл мәктәбенән “Йондоҙҙар” һәм Павловканан “Ынйылар”. Ижади коллективтар 11 - ҙән алып 17 йәшкә тиклемге йәштәге уҡыусыларҙан тора ине.
Командалар “Рухи байраҡ һинең исемең” темаһы буйынса 10 минутлыҡ тамаша күрһәтте. Һәр ижади коллективтың үҙ девизы бар ине. Улар тамашасыларҙы ла сараға йәлеп итергә тейеш ине.
Урындағы халыҡтарҙың милли кейем элементтарының булыуы ла мотлаҡ талаптар иҫәбендә ине (мәҫәлән, башҡорт еләне, алъяпҡыстар, баш кейемдәре һ.б.) Талаптарҙың тағы ла береһе – тик “тере” музыка ҡулланыу.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса “Иҫке Күл мәрйендәре” гран - при яуланы. Был команда Өфө районы Алексеевка ауылында үтәсәк “Башҡортостан ынйылары” конкурс - фестиваленең зона турында Нуриман районының данын яҡлаясаҡ.