Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 11:45

Ғүмер юлынан ҡулға - ҡул тотоношоп

Иғтибарға лайыҡ ғаиләләр

Шишмә районының Бикәй ауылында матур ғүмер кисереп, өлгөлө ғаилә ҡороп йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған Солтан ағай һәм Гүзәл апай Хәйҙәровтар бергә йәшәүҙәренә - 70, Шәриф ағай һәм Суфия апай Ғәрифуллиндар - 60 йыллыҡ уртаҡ байрамдарын билдәләне.
Уларҙың күркәм туй табынына район, Ибраһим ауыл хакимиәттәре вәкилдәре, ветерандар советы ағзалары йыйылып килде. Ололарҙы хөрмәтләп, изге теләктәрен әйтеп, бүләктәрен йәлләмәй тапшырған ҡунаҡтар уларға иғтибарын да, һоҡланыуын да йәшермәне.
Йәштәргә ысын миҫал булып торған бындай ғаиләләр тигеҙ, мул тормошта йәшәһен дә, йәшәһен!
Мәғлүмәт "Шишмә" район гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: