Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 12:30

Николай Гололобов - халыҡ табибы

Кешеләр уға мәңгелек рәхмәтле

46 йыл ғүмерен Благовещен халҡына бағышлаған, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә, халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләүгә арнаған оло йөрәкле табип Николай Михайлович Гололобовты белмәгән кеше юҡтыр.
Ғафури районының Павловка ауылы егете Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң Благовещен ерен мәңгелек төйәк итеп, ошо ерҙә төпләнә. Сит- ят ерҙә үҙ көсө, һәләте, тырышлығы менән ихтирам яулаған был бөйөк шәхес яратҡан эшенә лә, ҡатынына ла, балаларына ла берҙәй тигеҙ мөнәсәбәт тә була.
30 йыл дауахананың алыштырғыһыҙ баш табибы булып, намыҫлы хеҙмәт һалған Николай Гололобов, үҙенең хирург һөнәрен дә ташламай. Уның алтын ҡулдары аша меңдәрсә операциялар үткән, күпме ғүмер өсөн көрәш барған, күпме халыҡ иҫән ҡалған...
Благовещен район дауаханаһы коллективы әүҙем йәмәғәтселек менән берлектә, уның исемен мәңгеләштереү маҡсатынан, дауахананың стенаһына таҡтаташ ҡуйылды. "Почет билдәһе" орденына лайыҡ хеҙмәт ветераны, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Благовещен районының почётлы гражданы булған Николай Михайловичты иҫләгәндәр, уны хөрмәт иткән хеҙмәттәштәре был сараға күпләп йыйылды. Табиптар - Наталья Завгородняя, Роза Маликова, Мөхәммәт һәм Дилә Сәғәтдиновтар, Валентина Чистякова, Николай һәм Людмила Атаевтар, Әнисә Вилданова, Илдус Ғәзизовтар был иҫтәлекле сараға сәскәләр менән килгәйне.
- Бик намыҫлы, тура һүҙле, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған етәксе ине ул. Янында тик үҙ һөнәренә тоғро табиптарҙы йыйып, бергә туплай ҙа белде. Николай Михайлович Гололобов менән бергә эшләгән йылдар бик ҡәҙерле, - тип һөйләне үҙе лә киң билдәле, хәҙер хаҡлы ялдағы хөрмәтле акушер - гинеколог Әнисә Закир ҡыҙы Вилданова.
Араларҙа йылдар ятыуына ҡарамаҫтан, халыҡ үҙенең ҡәҙерле, иғтибарлы табибын онотмай, уны күңел түрендә йәшәтә, яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.
Читайте нас: