Благовещен районы хакимиәтенең территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Романенкова ҡатнашҡан был дәрестә уҡыусылар төрлө кимәлдә үткәрелгән һайлауҙар тарихына ҡағылған һорауҙарға дөрөҫ яуап алды. Улар был мөһим ваҡиға тураһында күп мәғлүмәт белде. Район, республика, ил киләсәгенә бәйле уҙған һайлауҙа тауыш йыйып, еңгән депутаттар тарафынан һайлаусыларының наказдарын мотлаҡ үтәү мөһимлеген дә аңланы.