Фольклориаданың төп талабы буйынса, бөтә майҙансыҡтар ҙа асыҡ буласаҡ. Һауа торошо боҙолған осраҡта саралар район мәҙәниәт йорто һәм М. Хисмәтуллин исемендәге Балалар музыка мәктәбе биналарында үтәсәк. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт бүлеге байрам сценарийы өҫтөндә эшләй, костюмдар тектерә, сувенирҙар әҙерләй. Район халҡы араһынан сит телдәрҙә ирекле аралаша алырҙай ирекмәндәр барлана. Сара үткәрелгән көндө алкоголле продукция һатыу сикләнәсәк.