Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 12:00

Район китапханалары акцияға ҡушылды

Китапты яратығыҙ, уҡығыҙ, бүләк итегеҙ

Благовещен районы китапханалары "Халыҡ - ара китап бүләк итеү" көнөндә Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.
Халыҡ вәкиле Эмми Бродмур 2012 йылда уйлап сығарған донъя күләмендәге был сара 2017 йылдан бирле беҙҙең район китапханаһында ла даими үтә. Хәҙерге интернет, компьютер заманында китапханасылар балаларҙа китап уҡыуға мөхәббәт, әҫәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыша. Был йәһәттән, улар төрлө билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, китап һөйөүселәр конференциялары үткәргән. Һуңғы ике йылда китапханаға 307 дана китап бүләк ителгән.
- "Китап - белем шишмәһе" тигәндәй, китапханаға килеп, ҡулына китап, ваҡытлы матбуғат алған һәр китап уҡыусыбыҙ беҙгә бик ҡәҙерле. Шуға ла уларҙы һәр үткән сараның уртаһында күрергә теләк ҙур,- ти Благовещен районының үҙәк китапханалар системаһы директоры Людмила Хван.
Мәғлүмәт Благовещен районының үҙәк китапханалар системаһы сайтынан алынды.
Читайте нас: