Был бик кәрәкле инициативаны күтәреп алған ауылдаштар ҙа, ярҙамға теләп ҡушылды. Ауыл хакимиәте һәм депутаттың аҡсаһына барса эштәр ваҡытында башҡарылды. Ауылдың иң уңған, оҫта ҡуллы ир - егеттәре - Алексей Ғәбсәләмов, Ринат Гәрәев, Валерий Гәрәев, Рәмил Зарипов техника, иретеп йәбештереү, монтажлау эштәрендә ныҡлы ярҙам күрһәтте.