Благовещен ҡалаһындағы 15-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе булған алты йәшлек Ралина Вафина Ҡазанға Бөтә донъя татар конгресы ойошторған II Халыҡ - ара әҙәби бәйге "Йәлил уҡыуҙары"нда ҡатнашты.
Иң тәүҙә балалар баҡсаһында, артабан район кимәлендәге шиғри конкурста бөйөк шағир, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилдең "Дарыу" тигән шиғырын рус телендә яттан тасуири уҡый. Артабан конкурста ҡатнашҡан балалар сығышының видеояҙмаһы республика кимәлендә үткән конкурсҡа ебәрелә. Райондың мәғариф идаралығына республика конкурсында еңеп сыҡҡан Ралина Вафинаны Ҡазанға "Йәлил уҡыуҙары" на саҡырыу килә. Республиканан ике генә бала Дүртөйлөнән 14 йәшлек Азалия менән Благовещендан 6 йәшлек Ралина унда юллана.
Балалар өсөн барса шарттар булдырылған ҡунаҡханаға урынлаштырылған ҡыҙҙарҙы Ҡазан ере ҡунаҡсыл ҡаршы ала.
- Сараны ойоштороусылар беҙҙе бушлай бик уңайлы бүлмәләргә урынлаштырып, тәмле аштар менән һыйланы,барса сараларҙа оҙатып йөрөнө. Беренсе көндө Яҙыусылар йортонда уҙған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир яҙыусыларҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре, уларҙың балалары, Муса Йәлилдең ҡыҙы менән осрашыу булды. Ә икенсе көндө Сәлих Сәйҙәшев исемендәге концерттар залында Бөйөк Ватан һуғышына арналған әҙәби бәйге үтте. Бөйөк Муса Йәлилдең үлемһеҙ әҫәрҙәрен үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре араһында танып белергә, онотмайса өйрәнергә өндәгән был бәйгелә еңеү яулаған ҡыҙым менән ғорурланам, -ти уның әсәһе Юлия Заҡуан ҡыҙы Вафина.
Сығышы менән Мишкә районынан булған Юлия Вафина ике ҡыҙының күңелендә китапҡа, бөйөк шағир - яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. Юрист буласаҡ өлкәне лә, балалар баҡсаһындағы кесеһе лә шиғри моңға ғашиҡ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына арналған район конкурсында өсөнсө урын алған, төрлө байрам сараларында шиғыр һөйләгән, акробатика менән шөғөлләнгән ҡыҙға Ҡазан ҡалаһы бик оҡшаған. Башҡа яҡтарҙан килгән балалар менән аралашыуҙан кинәнес алған Ралина ҡиммәтле бүләктәргә, Муса Йәлилдең китаптарына һөйөнөп бөтә алмай.
Татарстан Республикаһының ҙур сәхнәһендә тәүге аҙымдарын башлаған, тәүге тапҡыр ҙур мәртәбәле конкурста ҡатнашып, 3 - сө урын яулаған Ралина Вафинаның алда ла еңеүҙәре күп булһын.