Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 19:15

Удельнодыуанайҙар - "Айыҡ ауыл" да

Эскелеккә ҡаршы профилактик эштәр, матур йөкмәткеле саралар тураһындағы проект презентацияһын ауыл биләмәһе башлығы Надежда Сергеевна Жилина яҡланы

25 февралдә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында "Айыҡ ауыл" республика конкурсының артабанғы этабы башланды.
Унда ҡатнашҡан республика ауылдары араһында Благовещен районының Удельно - Дыуанай ауылы ла бар. Эскелеккә ҡаршы профилактик эштәр, матур йөкмәткеле саралар тураһындағы проект презентацияһын ауыл биләмәһе башлығы Надежда Сергеевна Жилина яҡланы. Сарала ҡатнашҡан район Советы Секретары Вероника Гурьева, Благовещен район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Лира Батыргәрәева Удельно - Дыуанай ауылы халҡының әүҙем, тырыш булыуын билдәләп, республика кимәлендә еңеү яулауын теләне.
Афарин, удельнодыуанайҙар!
Читайте нас: