Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 15:00

Иглин музыканттары –лауреат

Ижади бәйгелә уңышлы сығыш

Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге Иглин балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Бөтә Рәсәй «Алтын баҫҡыс» башҡарыу сәнғәте конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Сара Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте.
Ижади бәйгелә республика ҡала һәм райондарынан, илдең төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша.
«Искорки» («Осҡонсоҡтар») ҡатнаш ансамбле (етәкселәре О. Давыдова, Р. Хәсәнова) БорисТихоновтың «Полька-привет» пьесаһын башҡарҙы. Р. З. Хәсәнованың уҡыусылары баян менән сығыш яһаны.
Йәш музыканттарҙың талантын жюри юғары баһаланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Булат Сәйетбатталов - икенсе дәрәжә лауреаты, Солтан Тоҡомбәтов, Руслан Ғиләзетдинов, Рафаэль Ноғоманов өсөнсө урынға лайыҡ булдылар. Ансамбль икенсе дәрәжәләге диплом, миҙал һәм кубок менән бүләкләнде.
Читайте нас: