Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 12:30

Ярҙамға мохтажға - ярҙам ит!

Бәләгә тарыған кешене ташлама

Медицина өлкәһендә күп йыллыҡ эш тәжрибәһе булған Благовещен район үҙәк дауаханаһының шәфҡәт туташы Наталья Ғәлләмшина Благовещен районының Николаевка мәктәбе уҡыусыларын беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте.
Бөтә Рәсәй беренсе ярҙам күрһәтеү дәресенә йыйылған уҡыусыларҙың барыһын да һаулыҡҡа етди ҡараш булдырыу, уларҙың медицина өлкәһендәге белемен арттырыу тигән маҡсаттар берләштерҙе. Наталья Геннадьевна үткәргән дәрестең практик өлөшөндә уҡыусыларға яраларҙы нисек итеп бәйләргә, жгут һалырға, төрлө осраҡтарҙа нисек беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте. Кеше аңын юғалтҡан, аяҡ - ҡулын һындырған, бешкән, сәнселгән осраҡтарға ла аҡ халатлы медицина хеҙмәткәре тарафынан етди иғтибар бирелде.
- Төрлө хәл - ваҡиғаларҙа бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған һәр кешегә беҙ ярҙам итергә бурыслы. Һәр намыҫлы, кешелекле, оло йөрәкле кеше әҙәм балаһының ғүмерен һаҡлап алып ҡалыр өсөн бар көсөн һаласаҡ. Шуға ла, бер ҡасан да фажиғә урынынан ҡурҡып ҡасып китмәгеҙ. "Бәлә ағас башынан йөрөмәй, ә кеше башынан йөрөй" тигән мәҡәлгә таянып эш итегеҙ,- тине Н. Ғәлләмшина дәрес аҙағында.
Дәрес барышында видеофильм күрһәтелде, уҡыусылар манекен ҡурсаҡты ҡулланып, беренсе ярҙам күрһәтергә лә өйрәнде.
Читайте нас: