Район үҙәгендәге бишенсе һанлы балалар баҡсаһында янғын хәүефһеҙлеге буйынса уйын-дәрес үтте. Уны Иглин районы 79-сы янғын-ҡотҡарыу часы етәксеһе Сергей Якутчик ойошторҙо.
Уйын барышында балалар ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ирекмәндәре һәм уларҙың етәксеһе Ольга Пономаренко менән бергә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнделәр.
Кескәйҙәр йорттарында ниндәй электр приборҙары барлығын иҫтәренә төшөрҙө. Сара аҙағында улар бергәләп янғын һүндереүселәр тураһында йәнһүрәт ҡараны.
-Бындай саралар балаларҙа үҙ ғүмере һәм тирә-яҡтағыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ хисен үҫтерергә ярҙам итә, - тип билдәләне уйын-дәресте ойоштороусылар.