2 марттан район халҡы тәғәйен маршрут һәм график буйынса һөт лавкаһын көтөп, 6 айҙан 2 йәштә 11 айлыҡ балаларына сифатлы һөт продукцияһы алып ҡала. Стационар һөт аҙыҡтары менән тәьмин ителмәгән, ҡатнаш йәки яһалма ашатыуҙа булған балалар ғына һөт лавкаһы хеҙмәте менән ҡуллана ала.