Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Март 2020, 16:56

Һарыҡтар үрсеткән фермер

Ите лә, йөнө лә һатылыр

Шишмә районының Ибраһим ауылында йәшәгән Рәсим Мөнир улы Мостафин малсылыҡ тармағы менән шөғөлләнгән фермер. Республика кимәлендә "Волгоград тоҡомо һарыҡтарын үрсетеү" проектына грант алған фермер ғаиләһе менән малсылыҡ фермаһын үҫтереүгә күп көс түгә. - Минең теләгемде тормошҡа ашырған, аҡсалата ярҙам күрһәткән республика етәкселәренә рәхмәтлемен. Ошо грант аҡсаһының бер өлөшөнә Ейәнсура районынан 4 - 5 айлыҡ 200 баш һарыҡ һатып алып ҡайттыҡ. "Волгоград" тоҡомло булған һарыҡтарҙың ите лә татлы, йөнө лә ҡуйы, күпереп тора, - тип һөйләне Р. Мостафин. "Тырыштарға бәхет йылмая" тигәндәй, уңған, тәүәккәл фермерҙың үҙ ҡулдары менән үҫтергән, хәләл көсөнә тапҡан малы бәрәкәтле булһын.
Читайте нас: