Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 19:00

Бар һөнәрҙәр ҙә кәрәкле һәм маҡтаулы...

Теләһәң, полицейский бул!

Благовещен ҡалаһының 5-се дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары класс етәкселәре менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Благовещен ҡалаһы һәм Благовещен районы буйынса бүлегенә экскурсияға барҙы.
"Хәүефһеҙ шәмбе" сиктәрендә ойошторолған был сара полиция хеҙмәткәре эшенең ни тиклем кәрәкле, мөһим икәнен асыҡларға булышлыҡ итте. Бүлектең "йөрәге" тип аталған дежур частә уларҙы ҡаршы алған Камил Усманов полиция хеҙмәтенең нескәлектәрен аңлатты, енәйәт эштәре тураһында төрлө ялған шылтыратыуҙарға, телефон линияларының эшмәкәрлегенә лә туҡталды ул. Артабанғы юлын полиция музейына дауам иткән уҡыусылар йылдар дауамында закон һағында торған, көн һайын еңел булмаған хеҙмәт алып барған, енәйәтселәргә ҡаршы көрәш һәм тәртип тәьмин иткән Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, хөрмәтле ветерандар тураһында күп мәғлүмәт белде. Бындағы кәштәләрҙә уларҙың документтары, шәхси әйберҙәре, хәрби наградалары, фотоһүрәттәре ҡәҙерләп һаҡлана.
Киләсәктә ғүмерен кешегә хеҙмәт итеүгә, закон һәм тәртип һаҡлауға бағышларға теләгән уҡыусылар хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре һөнәренә Рәсәй, Башҡортостандағы уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлеге менән дә танышты. Экскурсиянан ҡәнәғәт ҡалған ҡунаҡтар кинология хеҙмәте менән танышты, иркен вольерҙарҙағы өйрәтелгән эттәрҙе лә күрҙе.
Мәғлүмәт Благовещен ҡалаһындағы 5-се мәктәп төркөмөнән алынды.
Читайте нас: