"Ҡунаҡ ашы ҡара - ҡаршы" тигәндәй, мариҙарҙа ҡунаҡта булып ҡайтҡан латыштар уларҙы үҙҙәренең милли моңо, аш - һыуы, асыҡ йөҙө, тәмле теле менән ҡаршы алды. Байрамға йыйылған Благовещен ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжының мари бүлеге студенттары ( етәксеһе Ирина Тойгильдина), "Онгырйук" мари фольклор ансамбле (Благовещен, етәксеһе Ирина Аптыкаева), "Атбалсс"(Архангел, етәксеһе Илона Савераса), "Dyrbyni"(Латвия, Даугавпилс ҡалаһы, етәксеһе Анна Бришка) ансамблдәре ағзалары үҙ халҡының милли кейемендә, йыр - бейеү батлында дәртле йыр-моңон, бейеүҙәрен ихлас башҡарҙы.
Күңелендә теленә, моңона, ғөрөф-ғәҙәттәренә тәрән хөрмәт, оло һөйөү йәшәткән ике милләт вәкилдәрен дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм бер - береһенә ихтирам бәйләй.