Йәйғор
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2023, 20:41

Башҡортостанда һайлау көнө тамамлана

Бөгөн республикала мөһим көн - Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлай.

Башҡортостанда һайлау көнө тамамлана
Башҡортостанда һайлау көнө тамамлана

Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников та төбәгебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы.
“Тыуған илем, республикам яҙмышына мин битараф түгел. Һайлау участкаһына килеп, гражданлыҡ бурысымды үтәнем”, – ти Николай Ельников.
Черкассы ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3079-сы һайлау участкаһына ғаиләләр тауыш бирә. Атап әйткәндә, Ольковтар ғаиләһе тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе. Влада Олькованың ҡыҙы тәүгә тауыш бирә, һәм был көн ҡыҙыҡай өсөн иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булдв. Яңы һайлаусылар өсөн участка һайлау комиссияһы ағзалары бүләктәр әҙерләгәйне. 3079-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөһрә Вәлиева билдәләүенсә, тауыш биреү штат режимында уҙғарыла, ауыл халҡы һайлауға ҙур теләк менән килә.

Башҡортостанда һайлау көнө тамамлана
Башҡортостанда һайлау көнө тамамлана
Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: