Йәйғор
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2023, 12:23

Ауылда ҙур шатлыҡ

Өфө районы Кириллов ауыл Советының Дорогин ауылында йәмәғәт биләмәһен асыу тантанаһы үтте. Кириллов ауыл Советы башлығы Николай Келлер һөйләүенсә, яңы универсаль спорт-күңел асыу комплексы Дорогин халҡы өсөн иҫ киткес бүләк булды.

Ауылда ҙур шатлыҡ
Ауылда ҙур шатлыҡ

Пикунов урамында урынлашҡан комплексҡа 250 метр оҙонлоҡтағы яңы асфальт тротуар алып бара. Ошонда уҡ парковка урындары менән автотуҡталыш булыуы ла бик уңайлы. 0,4 гектар майҙанда уйын ҡорамалдары йыйылмаһы менән балалар уйын майҙансығы, шулай уҡ асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар менән воркаут-зона урынлашҡан. Өлкәндәр өсөн сәхнә менән концерт майҙансығы, йәйәүлеләр өсөн асфальт юлдар селтәре, уңайлы эскәмйәләр бар. Территория матур декоратив ҡойма менән уратылған, фигуралы яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Әүҙем йәшәү рәүеше яҡлылар үҙҙәренең көсөн һәм сыҙамлығын иркен хоккей майҙансығында тикшерә ала, - тип билдәләне Николай Келлер.
Комплекс асылыу менән мәктәп уҡыусылары, ГТО нормативтарын тапшырҙы. Шуныһы шәп, бында балалар рәхәтләнеп уйнай, күңел аса, спорт менән шөғөлләнә ала.
Тик шундай матур урынды таҙа, матур, һаҡ тоторға кәрәк. Быны һәр ошонда килгән кеше аңларға тейеш.

Ауылда ҙур шатлыҡ
Ауылда ҙур шатлыҡ
Читайте нас: