12 июнь бөтә ил Рәсәй көнөн билдәләне. Благовещен ҡалаһындағы Николай Киселев исемендәге паркта ла байрам концерты үтте.
Был әһәмиәтле көндө байрамға күптәр, башлыса йәштәр, ил флагтары менән килде, уларҙың күптәре күкрәген Рәсәй триколоры таҫмалары менән биҙәне.
-Был таҫма ғына түгел, ә беҙҙең тарафтан тыуған илебеҙҙе, ғәзиз еребеҙҙе яҡлау, ҡурсалау һәм уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә. Әлеге көндә улдарыбыҙ махсус хәрби операция үткәреү зонаһында. Уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтырын бөтә Рәсәй халҡы, шул иҫәптән беҙ ҙә көтәбеҙ, - ти Мөслимә Ғәзиева.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Елена Куликова ҡотланы. Ул тылда махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ҡала биләмәһе
Советы депутаты Евгения Березина ла благовещендарға ҡотлау менән мөрәжәғәт итте.
-Рәсәй - бөйөк һәм бойондороҡһоҙ дәүләт, унда күп дин һәм милләт граждандары тыныс йәшәй. Халҡыбыҙҙың көсө, еңеүҙәребеҙ, ҙур ҡаҙаныштарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ», - тип билдәләне ул.
Ҡала мәҙәниәт үҫеше үҙәге артистары был көндө благовещендарға, барса килгән ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле концерт бүләк итте.