Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
19 Июль 2023, 15:02

Үҙ майҙансығыңды табып, үҫешкә этәргес табыу!

Рәсәй йәштәре форумдарында ҡатнашыусыларҙы яңы мөмкинлектәр көтә: танышыуҙар, сәйәхәттәр, карьера үҫеше һәм тармаҡ лидерҙарынан, дәүләт корпорацияларынан һәм власть органдарынан заказдар. 

Үҙ майҙансығыңды табып, үҫешкә этәргес табыу!
Үҙ майҙансығыңды табып, үҫешкә этәргес табыу!

Үҙ майҙансығыңды табып, үҫешкә этәргес табыу!

Рәсәй йәштәре форумдарында ҡатнашыусыларҙы яңы мөмкинлектәр көтә: танышыуҙар, сәйәхәттәр, карьера үҫеше һәм тармаҡ лидерҙарынан, дәүләт корпорацияларынан һәм власть органдарынан заказдар. Үҙеңде яҡшыраҡ аңларға, көслө яҡтарҙы үҫтерергә һәм маҡсаттарыңа өлгәшергә өйрәнергә мөмкин буласаҡ.

Социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре Санкт-Петербургта үтәсәк «Социаль һөнәр» форумында теркәлергә өлгөрә әле.

Теркәлеү 2023 йылдың 25 июленә тиклем: https://vk.cc/cnMhqW

Әгәр ҙә һеҙҙе ижади индустриялар һәм уйынға ҡоролған эштәр ҡыҙыҡһындыра икән 2023 йылдың октябрендә Владивостокта йәштәрҙең «Бер тулҡында» аң-белем таратыу форумы үтәсәк. Был форум йәш мейкерҙар һәм ижади проекттарҙы үҫтереү өлкәһендәге белгестәр, event-менеджерҙар, берләшмә етәкселәре өсөн ҡаралған.

2023 йылдың 10 авгусына тиклем теркәлергә була: https://vk.cc/comwg7

Йәш эшҡыуарҙар форумында эшҡыуарлыҡ донъяһына сумырға, партнерҙар һәм фекерҙәштәр табырға мөмкин.

Теркәлеү - 2023 йылдың 13 авгусына тиклем: https://vk.cc/coaDt6

Форумдар хаҡында күберәк мәғлүмәт ошонда: https://vk.cc/ccDCWH

Рәсәйҙә йәштәр өсөн проекттар һәм мөмкинлектәр тураһында белешергә теләгән һәр кем ҡыҙыу линияға бушлай шылтырата ала. Рәсәй йәштәр форумы белгестәре тәүлек әйләнәһенә түбәндәге йүнәлештәге һорауҙарға асыҡлыҡ индерә:

  ниндәй сараларға теркәлеү бара,
  ниндәй грант конкурстары бар һәм үҙеңдең социаль проектыңды тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән нисек аҡса алырға,
  Рәсәйҙә ирекмәндәр хәрәкәтенә нисек ҡушылырға,
  Рәсәйҙең Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа нисек эшкә уырнлашырға һәм башҡа һорауҙар.

Рәсәйҙә теркәлгән телефондарҙан шылтыратырға мөмкин: 8 (800) 333 77 37

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: