"Мин мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 1488-се һайлау участкаһына беркетелгәнмен. Яҡында ғына йәшәһәм дә, өйҙә тауыш бирергә ҡарар иттем. Урамда бик тайғаҡ, шуға тайып йығылыуҙан ҡурҡам, - ти Елена Николаевна. - Бөгөн мин белемле һәм көслө Рәсәй етәксеһе итеп күргән кандидат өсөн тауыш бирҙем. Һайлауҙарҙы бер ҡасан да үткәрмәйем. Миңә комиссия ағзалары килмәҫтәр тип ҡурҡҡайным, әммә юҡ, яңылышҡанмын икән. Ҡыҙҙар бик яҡшы. Барыһы ла әҙәпле итеп аралаша. Йәштәргә мөрәжәғәт итергә теләйем: һеҙ Яңы Рәсәй төҙөйһөгөҙ һәм һеҙгә шундай ҡеүәтле дәүләттең руле артында кем буласағын дөрөҫ хәл итергә кәрәк. Шуға күрә ялҡауланмағыҙ, һайлау участкаһына барып, үҙегеҙҙең гражданлыҡ хоҡуғын үтәгеҙ”.
Пенсионер ҡатын һөйләүенсә, 1957 йылдан алып район гәзите «Панорама» биттәренән ҡала һәм район ваҡиғаларын ғына түгел, ә илдәге сәйәси хәлде лә иғтибар менән күҙәтә. Шуға ла был оло йөрәкле ҡатын Рәсәй яҙмышына битараф түгел.
Һайлау комиссияһы ағзаһы Анастасия Кротова аңлатыуынса, йәше йәки һаулығы буйынса үҙ участкаһына килә алмағандарға йәшәү урыны буйынса тауыш биреү мөмкинлеге бирелә. Алдан яҙылған ғариза буйынса өйҙә башлыса оло йәштәгеләр тауыш бирә.