Благовещен ҡалаһының хәрби комиссариатынан тантаналы рәүештә ун егетте хеҙмәткә оҙаттылар.
Вадим Имаметдинов Урал политехник колледжын тамамлаған, ә бөгөн беренселәрҙән булып армия хеҙмәтенә юлланды. Йәш кеше һөйләүенсә, тыуған йортон ташлап китеү бер аҙ күңелһеҙ булһа ла, әммә уның кәйефе күтәренке, хеҙмәткә барыуға теләге көслө.
“Минең ғаиләмдән бер кем дә армияла хеҙмәт итмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, мин хеҙмәткә барырға күптән әҙер. Һәр ир-егет ҡулында автомат тота белергә һәм Тыуған илен һаҡларға тейеш, - ти Вадим.
Полина Саляева армия хеҙмәтенә улы Денисты оҙата. "Күңелдә ғорурлыҡ тойғолары булыуға ҡарамаҫтан, әлбиттә, бер аҙ тулҡынландыра һәм уйландыра. Бер йыл буйына айырылышып тороуы ауыр булһа ла, ваҡыттың тиҙ үтәсәгенә өмөтләнәм, - ти буласаҡ һалдаттың әсәһе. – Хәҙерге ваҡытта армияла хеҙмәт итеү бик мөһим. Тәү сиратта хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарына - Эске Эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарына, Милли гвардияға, ФСБ-ға, ФСИН-ға, Тәфтиш Комитетына, прокуратураға эшкә урынлашҡан ваҡытта хәрби билетта хәрби хеҙмәтте үтеү тураһындағы билдә мотлаҡ шарт булып тора.
"Иң өлкән ейәнем Вадим армияға китә. Уның атаһы, олатаһы, ҡарт атай-олатайҙары ла хеҙмәт итеп, ир-егет бурысын үтәгән. Хәҙер тыныс түгел ваҡытта Ватанды яҡларға кәрәклеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, - ти Любовь Чуркова. - Бөгөн армия - иң мөһим дәүләт институттарының береһе, тип иҫәпләнә. Һәр хеҙмәт саҡырыу буйынса ла, контракт буйынса ла берҙәй абруйлы. Йәғни армия йәмғиәт һәм халыҡтың ышанысын яулай, шуға күрә улдарыбыҙ, ейәндәребеҙ хеҙмәт итергә, йәштәр хәрби бурысын үтәргә әҙер, һәм армия бының өсөн төрлө мөмкинлектәр бирә. Һеҙ, улдарым, яҡшы хеҙмәт итегеҙ һәм тыуған ерегеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ”.
Артем Шванниковты оҙатырға атаһы, олатаһы, күп һанлы туғандары һәм дуҫтары килгәйне.
“Һәр ир-егет, минеңсә, армияла тормош мәктәбен үтергә, унда тәрбиә алырға һәм кешелек сифаттарын нығытырға тейеш. Унда булған кеше ауырлыҡтарҙа юғалып ҡалмай, ысын дуҫлыҡ кеүек юғары тойғоларҙы ла татып ҡарау мөмкинлегенә эйә була. Мин үҙем Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йүнәлешендә хеҙмәт иттем, - ти Вячеслав Шванников. - Бөгөн армияның абруйы күтәрелеүе, йәштәр араһында хеҙмәткә барыуҙың модаға инеүе ҡыуандыра. Шулай уҡ патриотик тәрбиә йәһәтенән ҙур эштәр алып барыла: осрашыуҙар, батырлыҡ дәрестәре үткәрелә. Иң мөһиме, беҙ үҙ илебеҙҙең тарихын белергә, еңеүсе булған олатай-ҡарт атайҙарҙың ышанысын аҡларға тейешбеҙ”.
“Яңы саҡырылыш һалдаттары заманса техника төрҙәрен һәм хәрби-иҫәпте үҙләштерәсәк. Армия тәртипкә, яуаплылыҡҡа, үҙ бурысын үтәргә әҙерлеккә лә өйрәтәсәк. Егеттәр, Ватанды һаҡлаусы тигән юғары исемгә лайыҡ булығыҙ», - тине хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм контракт бүлеге начальнигы Александр Мохов.
Александр Иванович һөйләүенсә, хеҙмәткә ебәрер алдынан һәр егет ентекле медицина комиссияһын үтте. Яңы төбәктәрҙән тыш, яңы саҡырылыш һалдаттары тик Рәсәй Федерацияһы территорияһында хеҙмәт итәсәк. Армияла хеҙмәт итеүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк.
Хеҙмәткә алынған яҡташтарыбыҙ алдында бер йыл армия тормошо тора. Әлеге мәлдә сафта тороусыларға ҡарағанда ла, күпкә күберәк борсолған туғандарын һәм яҡындарын онотмау һалдаттар өсөн төп нәсихәт.