30 йылдан ашыу тарихы булған был тапшырыу популярлығын юғалтмай. Унда яҡташтарыбыҙ йыш ҡатнаша, беҙҙекеләр мәскәүҙәрҙе әленән-әле хайран итеп ҡайта. Күптән түгел Өфө районы уҡыусыһының сығышы йәнә ҡыуандырҙы. Нижегородка ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлйемеш Иҫәнъюловаға «Мөғжизәләр яланы» уйынында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ул тапшырыуҙа рәхәтләнеп башҡортса һөйләп, барлыҡ яҡындарына, туғандарына, коллегаларына сәләм һүҙҙәре тапшырҙы.
Гөлйемеш Барый ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районының Таһир ауылынан. Сибай педагогия училищеһын тамамлап, уҡытыусы танытмаһын алғас, Темәс һәм Таһир ауылы мәктәптәрендә эшләп, 1991 йылда Хәйбулла районы Баҡал ауылына килеп булып төшә. Ауыл мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып тиҫтә йылдан артыҡ эшләй. Директор вазифаһын да башҡарырға тура килә уға. Мәктәп оптимизацияға эләккәс, филиал етәксеһе булып эшләй. Юғары категориялы уҡытыусы 2004 йылда республика башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конкурсында ҡатнаша, унда Мәғариф министрлығының «Изге әсә лә ул, уңған эшсе лә ул» махсус номинацияһында билдәләнә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Киске Өфө» гәзитенең махсус призына лайыҡ була. Өфө районы Нижегородка мәктәбендә иһә 2016 йылдан йылдан башлап эшләй. Эшен яратып, бар күңелен биреп башҡара. Коллегалары, уҡыусылары һәм ата-әсәләрҙең хөрмәтен ҡаҙанған.
Әле уға бирелгән иң йыш һорау – «Мөғжизәләр яланында» нисек? Тапшырыуға эләгеүе осраҡлы түгел. Элек-электән ата-әсәһе менән ҡарап үҫкән тапшыруға эләгеү теләге күңел төбөндә һәр саҡ ята.
Тапшырыуға махсус саҡырыу хаты алғандан һуң, барыһын да сер итеп тоторға кәрәк. Гөлйемеш Иҫәнъюлова ла бик ҡыуана. Тәүҙәрәк өйҙәгеләр хатта ышанманы ла шикелле, ти ул. Шулай ҙа үҙенсә ипләп кенә әҙерләнеп йөрөй. Һәр уйынсыға ике минуттан ашыу ижади сығыш әҙерләргә кәрәк: йә үҙең сығыш яһайһың, йә берәй коллективты саҡыраһың. Башта анкета тултырғанда үҙем йырлармын, гармунда ла уйнармын тип уйлаһа, һуңынан әҙерлек башланғас, талаптарын күргәс, ҡарашын үҙгәртә. Профессионалдар сығыш яһаһа, яҡшырар булыр, тигән фекергә килә.
Авторлыҡ хоҡуғына бәйле талаптар, башҡаһы ла ҡурҡытһа ла, мөмкинлекте ҡулынан ысыҡындырғыһы килмәй. Музыкаль өлөштө әҙерләү ҙә бер ни тиклем ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.
Тапшырыуға барып ҡиммәтле бүләктәр, мәҫәлән, машина отоу тураһында һәр кем хыялланалыр.
Мөхәррирҙәр менән аралашҡанда уны иң ҡыуандырғаны – уларҙың республикабыҙ тураһында бик яҡшы хәбарҙар булыуы, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыл, мәҙәниәтебеҙҙең сағыу икәнен билдәләп, «Һеҙҙең матур йырҙарығыҙ, сағыу бейеүҙәрегеҙ бар, үҙегеҙҙең телдә сығыш яһағыҙ» тиеүҙәре ҡыуандырҙы. Леонид Аркадьевич хатта, сәләм әйткәндә русса һөйләй башлағас, туҡтатып, ҡалғанын үҙегеҙҙең телегеҙҙә әйтегеҙ тип тәҡдим итә.
Яҡташыбыҙ финалға үтмәне, әммә милли кейемдә бик матур сығыш яһап, йырлы-моңло күстәнәстәре, алып барған бүләктәре менән халҡыбыҙҙың талантлы, ҡунаҡсыл, йомарт булыуын тағы бер тапҡыр танытты.