Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
12 Апрель , 16:04

"Бергә булыу ҡурҡыныс түгел": ике контрактсы дуҫ махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү тураһында һөйләне

Йәш благовещендар Вячеслав менән Ярослав бер-береһен беренсе йыл ғына белмәй. Бергәләп ихатала велосипедта йөрөгән, мәктәптә икеле билдәһе алған һәм компьютер уйындары уйнаған малайҙар әле улар. Ә махсус хәрби операция башланғас, улар икәүләп хәрби комиссариатҡа бара һәм Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

"Бергә булыу ҡурҡыныс түгел": ике контрактсы дуҫ махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү тураһында һөйләне
"Бергә булыу ҡурҡыныс түгел": ике контрактсы дуҫ махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү тураһында һөйләне

Күп һөйләргә яратмаған Ярослав һәр аҙымын үлсәп, туғандары һәм дуҫтары менән фекер алышып, хеҙмәт итергә ҡарар итеүен әйтә. “Әгәр йөрәгең ҡушһа, уны тыңларға кәрәк. Мин быны эшләнем һәм үҙемдең ҡарарыма бер ҙә үкенмәйем, - ти йәш кеше. Барыһы ла яҡшы тамамланып, еңеү беҙҙә буласаҡ! Рәсәйгә Дан!”.
“Икәү бергә булғас, бер ҙә ҡурҡытмай, - тип һөйләй Вячеслав. - Мин ҙур ғаиләлә тыуып үҫтем, ата-әсәйебеҙҙең ете балаһы бар. Ҡалалағы 3-сө мәктәпте тамамланым һәм Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Благовещен филиалына уҡырға индем. Ике йылдан армияға саҡырыу ҡағыҙы алдым һәм кисектереүҙе алмай хәрби хеҙмәткә юлландым”.
Хәрби хеҙмәттән һуң Вячеслав тыуған ҡалаһына ҡайта һәм Арматура заводына бысыусы булып эшкә урынлаша.
"Бер нисә ай дуҫым менән Рәсәйҙең хәүеф һәм ҡурҡыныс аҫтында булыуы, ә бында беҙҙең әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ йәшәүе хаҡында һөйләштек... Шуға күрә хәрби комиссариатҡа барҙыҡ та, унда бөтә кәрәкле документтарҙы тултырҙыҡ, медицина комиссияһын үттек, һуңынан өс ай Һамарҙа уҡыныҡ, - ти Вячеслав. - Тәү сиратта, әлбиттә, алғы һыҙыҡта торған хәрбиҙәргә ярҙам итергә теләнем. Тыуған илгә ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙыу һәм матди хәлебеҙҙе яҡшыртыу маҡсаты ла булды. Контрактсылар өсөн аҡсалата тәьминәт бик яҡшы. Һәм был дөрөҫ. Бынан тыш, контракт буйынса хеҙмәт мотлаҡ файҙаланырға тейешле бер нисә льготаны күҙ уңында тота. Сираттағы отпуск ваҡытында колледжға барып, уҡыуымды дауам иттем. Киләсәктә ҡулыма диплом алырға теләйем”.
Вячеслав әйтеүенсә, ул махсус хәрби операцияға барыуын ҡурҡыу тойғоһо менән ҡабул итһә лә, унда килеп урынлашҡас барыһын да тиҙ үҙләштерә. Хәҙер инде уны бер нәмә лә ҡурҡытмай, быларҙың барыһын да ул үҙенең эше тип аңлап ҡабул итә. “Яуҙағы тормош донъяға ҡарашты үҙгәртә, барса ҡиммәттәргә яңынан төшөнәһең һәм булғанды ҡәҙерләргә өйрәнәһең, - ти хәрби хеҙмәткәр. -Ҡасандыр үҫмер сағымда башҡарған ҡайһы бер эштәремә үкенәм. Һәм тик туғандаш халыҡтың нисек ғазапланыуын күргәс кенә, яҡындарың менән үткәргән ваҡытыңды ҡәҙерләй башлайһың”.
Вячеслав фронтта яугирҙәр араһында берҙәм булыуы тураһында ла һөйләне. “Хәрби бәрелештәр ваҡытында ҡайһы бер яуҙаштарыбыҙ яраланды. Егеттәр әйтеүенсә, дауаланғандан һуң улар мотлаҡ бында кире ҡайтасаҡ. Беләһегеҙме, ял осоронда, бер ни тиклем ҡыйын да булып тора. Сөнки һин тыуған ерҙә бер ниндәй ҙә ут, шартлау булмаған территорияла йәшәйһең, бында дуҫтар, ата-әсәй, туғандар,ә яуҙаштар унда, алғы һыҙыҡта, блиндаждарҙа ултыра, тәүлек буйына позицияларҙа дежурҙа тора”.
Ярослав һәм Вячеслав һүҙҙәренсә, фронтта ярҙамһыҙ һәм берҙәмлекһеҙ бер нисек тә булмай. Егеттәр һалдат көнкүрешенең яйға һалыныуы, бөтә кәрәк-яраҡтың етерлек булыуын да телгә алды. Улар гуманитар ярҙам ебәреүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе.
Хәрби хеҙмәткәрҙәр бер тауыштан махсус хәрби операцияның тиҙ арала тамамланыуын, тыныс тормошҡа ҡайтыу хаҡында хыялланыуҙарын да әйтте. Артабан ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, уларҙы үҙ иленең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү ҙә егеттәрҙең пландарына ингән. Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килеп, уларҙың барса теләктәре бойомға ашһын.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: