Йәйғор
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
19 Октябрь , 13:10

Йыр йәшәтә лә, көс тә бирә

Хәҙер музыкант өйҙә, ул алған яраһынан һуң дауалана. Уның һәр көнө хеҙмәттәштәренән хәбәр көтөп үтә.

Йыр йәшәтә лә, көс тә бирә
Йыр йәшәтә лә, көс тә бирә

«Беҙ окоптарҙа ла йырлайбыҙ, сөнки йыр йәшәргә, еңеүгә һәм ышаныуға ярҙам итә», - ти Благовещен районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы.
Музыкант ҙур булмаған Биштин ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Һәм беренсе йырын ул тыуған ауылында йырлай. Ул саҡта уға алты йәш була.
«Беҙҙә бөтә ғаилә ижади. Атай, өләсәй йырлай ине, өлкән ағайым менән әсәй ҙә бик яҡшы йырлай, ә бына һеңлем матур итеп һүрәт төшөрә. Үҙем «Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле солисымын. Ҡазан ҡалаһында мәҙәниәт институтына уҡырға индем, тик уҡыуымды тамамлап өлгөрмәнем, - тип һөйләй ул. - Фронтта, хеҙмәттәштәрем йырлауымды белгәс, йыш ҡына татар йырҙарын башҡарыуымды һорай башланылар. Яҡташыбыҙ Асия Әмирова яҙған йырҙарҙы башҡарырға яратам, ә музыканы мин үҙем ижад итәм».
Благовещенда 9-сы һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң Биштинде армияға саҡыралар. Эске ғәскәрҙәр һалдаты икенсе Чечен кампанияһында ҡатнаша.
«2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға эләктем. Әсәйем, әлбиттә, бик борсолдо. Әммә был минең бурысым һәм Тыуған илемде, ғаиләмде һаҡларға тейеш, тинем, - тип уртаҡлаша Биштин. - Алғы һыҙыҡта һин иҫән ҡалыуың, үлемең тураһында уйламайһың. Унда кешенең бөтә асылы асыла. Хәрби заданиелар ваҡытында хәлдәр бик тиҙ үҙгәрә. Бындай шарттарҙа һәр кем дөрөҫ эш итергә тейеш. Һәм йәнһеҙ һалдатҡа әйләнмәҫкә, ә кешелек сифаттарын һаҡлап ҡала белергә кәрәк».
Хәрби хеҙмәткәр әйтеүенсә, махсус операцияла, әлбиттә, ҡатмарлы хәлдәр күп була. Ҡорал да, техника ла һәр ваҡыт яңы була алмай. Яугирҙар уларҙы ремонтлай һәм тәртипкә килтерә. Тылда ярҙам итеүселәргә айырым рәхмәтен белдерә ул. Ауыр саҡтарҙа балалар хаттары кәйефте күтәрә, ти. «Бигерәк тә береһе иҫтә. Хатты 6-сы мәктәп уҡыусыһы яҙған. Унда шундай һүҙҙәр бар: «Рәхмәт һиңә, һалдат, тыныс бала сағыбыҙ өсөн...», - ти Биштин.
Хәҙер музыкант өйҙә, ул алған яраһынан һуң дауалана. Уның һәр көнө хеҙмәттәштәренән хәбәр көтөп үтә. «Унда беҙ бер туғандар кеүек булдыҡ, - ти яугир. - Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү тураһында күп һөйләй алмайым, үҙегеҙ аңлайһығыҙ. Әммә бындай шарттарҙа: «мин инде йәш түгел», «мине өйҙә көтәләр» тип әйтә алмауыңды һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем. Һин, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, алдыңда ҡуйылған бурысты үтәргә тейешһең. Әгәр һинең өлөшөң шундай икән, ошо юлдан аҙағына тиклем үтергә кәрәк. Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә теләйем: беҙҙең Илек ауыл Советынан доброволецтар бик күп. Улар араһында йәштәр ҙә бар. Бындай урынға тик үҙ ихтыяры, йөрәк саҡырыуы буйынса ғына барырға мөмкин. Бындай хәлдә барырға ҡарар иткәндәрҙең барыһын да герой тип иҫәпләйем».

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: