Йәшлек йылдары
Петр Маракулин Николаевка ауылында ҙур һәм татыу күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан уҡ уның тормошо хеҙмәт һәм хәстәрлек менән тулы була. Атаһы Иван Петрович уның өсөн сыҙамлыҡ һәм эшһөйәрлек өлгөһө булып тора. Улар күп ваҡытын баҫыуҙа эшләп һәм хужалыҡ менән шөғөлләнеп үткәрә. Атаһы Петрға техникаға һәм ергә һөйөү тәрбиәләй. Тракторҙа гел бергә йөрөүҙәр. Ул тап шул саҡта дөйөм эшкә үҙ өлөшөңдө индереү, ғаиләгә һәм тыуған яҡҡа ярҙам итеү мөмкинлеге булыуына төшөнә. Шул ваҡыттан алып Петр тракторсы булырға ныҡлы ҡарар итә.
Мәктәптән ҡайтҡас, тиҙ генә дәрес әҙерләй ҙә, ата-әсәһенә ярҙам итергә йүгерә. Хужалыҡ ҙур – ихата мал, ҡош-ҡорт менән тулы, баҡса ла ярайһы. Ауыл хужалығы техникаһына һөйөү Петрҙы Бөрө техникумына алып килә. Машина, трактор һәм комбайнды оҫта йөрөтөргә өйрәнә.
Әрме сафында
Кескәйҙән илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән егет Баш разведка идаралығының спецназына эләгә. 19 йәшендә РФ оборона Министрлығы менән контракт төҙөй һәм Чечен республикаһына айырым разведка батальоны составында юллана.
Уларға мөһим бурыстарҙы үтәргә тура килә – террористик төркөмдәрҙе асыҡларға һәм юҡ итергә. Петр Благовещендан Олег Маленков менән танышыуын ғорурлыҡ менән иҫкә ала, уның менән дуҫлыҡ ҡатмарлы шарттарҙа нығына.
«Хеҙмәттән бер осраҡ айырыуса иҫтә ҡалған. Беҙҙең разведка взводына хәрби бурыс йөкмәтелә. Урынға килеп еткәс, беҙҙе уратып алалар. Ярҙамға 205-се мотоуҡсылар бригадаһы килә, был юғалтыуҙарҙы кәметергә һәм 57 боевикты юҡ итергә мөмкинлек бирҙе», – тип хәтерләй Петр.
Петр Маракулин 2000 йылдың декабрендә демобилизациялана.
Ғаилә һәм балалар
Әрме хеҙмәтенән һуң Петр тыуған ауылына ҡайта. Ул эшһеҙ ултырырға яратмай һәм шунда уҡ йорт төҙөүгә тотона. Бөтә төр техниканы берҙәй яҡшы белеүе уға аҡсалы эш табырға ярҙам итә.
Дуҫтары уны Галина исемле ҡыҙ менән таныштыра. Тәү ҡараштан ғашиҡ була егет. Оҙаҡҡа һуҙмай, икенсе көндө үк уны осрашыуға саҡыра. Көн һайын Николаевканан Благовещенға һөйгәнен күрергә бара. Мөхәббәттең ныҡлығына ышанған егет Галинаға тәҡдим яһай. Татыу ғаилә барлыҡҡа килә. Ирле-ҡатынлы өс бала тәрбиәләп үҫтерә, улар тормош дауамы һәм мәғәнәһе булып тора.
Махсус хәрби операция
Махсус хәрби операция башланғас, Петр Маракулин дуҫы Олег Маленков менән беренселәрҙән булып хәрби комиссариатҡа килә һәм доброволец булып фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Ул ваҡытта Башҡортостанда доброволецтар батальондаыр булмай, шуға күрә уларға рөхсәт бирелмәй. Әммә был дуҫтарҙы туҡтатмай. Улар хәрби частарға китә. Башта контрактҡа Олег ҡул ҡуя. Ул беренсе булып барырға, ә һуңынан, кәрәк булһа, дуҫына ла контракт төҙөргә тәҡдим итә. Әммә Петр оҙаҡҡа һуҙмай. Ул өс айға контракт төҙөй һәм фронтҡа китә. Ваҡыты еткәс, Петр өйөнә ҡайта һәм Өфөләге предприятиеларҙың береһендә эшләүен дауам итә.
2022 йылдың октябрендә уны өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға саҡыралар. Яңы йыл алдынан Петр Маракулин ҡаты яралана. Дауаланғандан һуң ул хеҙмәттәштәре янына ҡабат юллана.
«2023 йылдың 25 июлендә беҙҙең элемтәсегә 11-се рота менән бәйләнеште тергеҙеү бойороғо бирелә. Ҙур калибрлы орудиеларҙан дошмандар ата башлай, шул ваҡытта элемтә юғала. Бурыс ҡуйылған һәм уны үтәргә кәрәк. «Изге» саҡырыулы взвод командиры һәм мин заданиеға икәү киттек. Беҙгә минометтан аталар, баш особоҙҙа дрондар өйрөлә. Беҙ биш саҡрым самаһы ерҙе уңышлы үттек, тағы ла 700 метр самаһы ҡалды. Дошман бөтә орудиеларҙан ут асты. Беҙ Изге менән «ҡоштарҙан» ҡасып, иҫке блиндаждарҙа йәшерендек. Ниһайәт, элемтә линияһының өҙөлөү урынын таптыҡ. Дрондар тынды. Тиҙ арала кабелде тоташтырҙым һәм элемтә яйға һалынды. Шул ваҡытта дошман дроны беҙҙе «күреп» ҡалды. Миңә граната ташланылар, уң аяғым ҡаты яраланды, – тип хәтерләй Петр Иванович. – Ҡыуаҡтарға шыуышып барып, егеттәр менән бәйләнешкә сыҡтым. Миңә «Карат» һәм «Баха» спҡырыулы Благовещен егеттәре яуап бирҙе. Улар: «Түҙеп тор, машина йәшерелгән, беҙ оҙаҡламай килербеҙ» тинеләр. Ут аҫтында яу яланынан алып сыҡтылар мине. Изге лә мине ҡалдырманы, ҡоралымды тотоп барҙы».
Госпиталдә Петр Маракулинды Башҡортостандан тәжрибәле хирург ҡаршы ала. Табип шунда уҡ аяғын тулыһынса тергеҙеп булмаясағын әйтә, шуға күрә уны ампутацияларға тура килә тип белдерә. Ҡыҙғанысҡа, аяғын тубыҡҡа тиклем ампутанциялайҙар.
Саф йөрәктән
Петр Маракулин әйтеүенсә, фронтҡа ике ысул менән генә ярҙам итергә мөмкин – йә туранан-тура хәрби операцияла ҡатнашырға, йә унда һуғышҡандарға ярҙам итергә. Дауаханала уҡ ул үҙенең ҡарарынан тайпылмаҫҡа ҡарар итә. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла. Улар менән бергә автомобилдәр, мотоциклдар һатып ала. Иптәштәре менән бергә, подразделениеларҙың ихтыяждарына ҡарап, машиналарҙы ремонтлау менән шөғөлләнәләр. «Егеттәр һораһа, үҙгәртәбеҙ һәм буяйбыҙ. Автомобилдәрҙе фронт һыҙығына тиерлек үҙебеҙ алып барырға тырышабыҙ. Бер ҡасан да буш ҡалдырмайбыҙ – гуманитар ярҙам менән тултырабыҙ», – тип һөйләй ул.
Автомобиль алғы һыҙыҡта бер аҙнаға яҡын хеҙмәт итә, тип һөйләй Петр Иванович. Әммә был уны туҡтатмай, сөнки яугирҙарҙың ғүмерен йыш ҡына тап «буханкалар» ҡотҡара.
Петр Маракулиндың девизы: сигенмәҫкә һәм бирешмәҫкә. «Тәндә яралар булһа ла, рух һынмай, – ти хәрби хәрәкәттәр ветераны. – Хәрби рух – илебеҙҙең ҡорос ҡалҡаны. Беҙ намыҫыбыҙҙы юғалтмайбыҙ».
Ярҙам
Башҡортостанда vахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә айырыv иғтибар бүленә. Улар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн республика һәр яҡлап дәүләт ярҙамы күрһәтә һәм был эш артабан да дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙам һәр ғаиләгә, МХО-нан ҡайтҡан, отпускыла булған, хеҙмәтен тамамлаған, инвалидлыҡ алған, йәрәхәтләнгән һәр кемгә барып етергә тейеш – был беҙҙең өсөн бик мөһим, тип белдерә. Һәр ветеран үҙ тормошонда беҙҙең ҡатнашыуыбыҙҙы, уға һәм уның ғаиләһенә мотлаҡ ярҙам күрһәтеләсәгенә ышаныс тойоп йәшәргә тейеш.
Күптән түгел район хакимиәте башлығы Анна Карабанова «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды координаторҙары менән бергә Петр Маракулиндың йортон ҡараны. Яугир өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ тигән ҡарар ҡабул ителде.