Ринаттың йөрәге ашҡынып тибеүҙән сығып килгән кеүек. “Хәйерлегә булһын, уйлаған ниәттәрем тормошҡа ашһын...” – тип ҡуйҙы үҙен тынысландырып. Сығынсылап сапҡан йөрәге менән ярышырға уйлағандай, “Десятка”һының тиҙлеген арттыра төштө. Радиоһының да тауышын бар көсөнә асты. Ҡушылып йырлап алды.
Ташлама һин мине, ташлама –
Яңы тормош инде башлана.
Яңғыҙ итмә, бәғерем, ғәфү ит,
Яңғыҙ тормош бигерәк ауыр бит...
Ринаттың йөрәге ашҡынып тибеүҙән сығып килгән кеүек. “Хәйерлегә булһын, уйлаған ниәттәрем тормошҡа ашһын...” – тип ҡуйҙы үҙен тынысландырып. Сығынсылап сапҡан йөрәге менән ярышырға уйлағандай, “Десятка”һының тиҙлеген арттыра төштө. Радиоһының да тауышын бар көсөнә асты. Ҡушылып йырлап алды.
Ташлама һин мине, ташлама –
Яңы тормош инде башлана.
Яңғыҙ итмә, бәғерем, ғәфү ит,
Яңғыҙ тормош бигерәк ауыр бит...
Әле донъяның оҙон ҡыштан һуң яңырыу кисергән мәле. Иркә ҡояш нуры, муйыл сәскәһе еҫе күңелде иләҫ-миләҫ килтерә. Үҙендә ер аҡтарып ташларҙай көс тоя Ринат. Ғүмеренең иң матур: тәүләп ғашиҡ булып, һөйөүенән иҫереп, башын юйып йөрөгән мәлдәре иҫенә төшә. Үҙе өсөн сикһеҙ ҡәҙерле Тере Шишмә ауылына яҡынлашҡас, был хис йөрәген семтеп-семтеп ауырттырып алды. Тау-урман араһында ел-дауылдан ышыҡланып ҡына ултырған ошо ауылға нигеҙ һалған кеше: “Ҙур йылғаһы булмаһа ла, сылтыр шишмәһе барҙа беҙгә ҡурҡыныс янамай”, – тип әйткән тиҙәр. Ул мәлдә күҙ терәп торған һыуҙары ошо шишмә булғанғамы, “тере” тип йөрөтә башлағандар. Ҡарттың һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты. Шишмә тере саҡта ауыл гөрләп торҙо. Күрше ауыл йәштәре лә, кис етһә, Тере Шишмә клубына ағылыр ине. Ринат Гөлкәй менән ошонда танышты. Ҡыҙҙы күрҙе лә, башын юйып ғашиҡ та булды. Егет үҙе күрше ауылдан, 6 – 7 саҡрым арыраҡ ятҡан Талдарҙан, ә Гөлкәй бында йәшәгән өләсәһенә йыл да ҡунаҡҡа килә ине. Бер нисә йыл элек шишмә ҡапыл ғына ҡороно. Шуны көткәндәй, ауыл да бөтөүгә китте. Хәҙер шишмә лә юҡ, ауыл да. Был ауыл аша машиналар ҙа йөрөмәй башланы. Дөрөҫ, бер нисә өйҙә ут яна әле, әммә оҙаҡ янырмы? Гөлкәйҙең өләсәһе һуңғы һулышын ошонда алды. Ринат йыш ҡына Тере Шишмә аша үтә. Фатима әбейҙең өйөнә күҙе төшкән һайын йөрәге һыҙа уның. Берҙән, ауылдың күҙ алдында юҡҡа сығыуына көйһә, икенсенән, әлеге таныш өй үткәндәрҙе, Гөлкәйҙе гел иҫенә төшөрә. Ҡайһы берҙә ҡатыны менән насар йәшәүендә лә ошо өйҙө, ауылды ғәйепләп маташа. Был инде үҙен аҡларға маташыу ғына, әлбиттә. Ысынында Гөлкәйҙе яратты, ярата һәм ғүмеренең аҙағынаса яратыр, ахырыһы. Бер нәмә лә уға булған хисте юя алмай бит.
Ринаттың әле район үҙәгенә китеп барыуы. Ҡыҙы ауырыңҡырап тора, махсус бер дарыуға заказ биреп киткәйнеләр, шуны алырға кәрәк. Ғәҙәттә эштән бик ебәреп бармайҙар, быныһында нисектер һис тотҡарлыҡ булманы. Үҙәктә бүтән эштәре лә бар ине, яйлап йөрөп ҡайтырға мөмкинлек бар.
Тере Шишмә аша үткәндә һәр ваҡыттағыса күҙе Фатима әбейҙең өйөнә төштө. Оло юлдан алыҫ ултырған йорттоң ҡапҡаһы, ни ғәжәп, асыҡ тора ине. Әллә нимә булды Ринатҡа. Машинаһын туҡтатҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Бер талай ҡымшанмайынса ҡарап ултырҙы. Ауылда тып-тын. Йән эйәһе күренмәй. Хатта ниндәйҙер шом биләп алған кеүек. Хужаһыҙ етем өйҙәр үҙҙәрендә әллә күпме сер һаҡлай. Ринат ҡуҙғалып китергә уйланы ла: “Үткән-һүткән кеше туҡтағандыр, йә берәй нәмә эҙләгәндәрҙер, ҡапҡаһын ябып, тыныс күңел менән китәйем”, – тип ишеген асты. Машинаһын юлда ҡалдырып, йәйәү генә өй яғына атланы. Фатима әбейҙәрҙең өйө бер аҙ ергә һеңгән, шулай ҙа элекке төҫөн юғалтмаған. Урыҫ ҡапҡаһы ла шул көйө. Бирешмәй йорт. Усағымды йылытыр кешене көтәм, тигәндәй нимәгәлер өмөтләнеп ултыра бирә.
Ҡапҡаны ябыр алдынан урамға күҙ һалды. Бөтә ерҙә тәртип. Бер кем дә йәшәмәй, тип әйтерлек тә түгел. Фатима әбей бөхтә булды шул. Улдары ла ял һайын ҡайтып ярҙам итеп торҙо. Ейән-ейәнсәрҙәре лә йыш килде. Гөлкәй генә, кейәүгә сыҡҡас, исмаһам бер генә тапҡыр ҙа килеп әйләнмәне...
Ҡапҡа ғына түгел, өйҙөң ишеге лә асыҡ ине.
– Кем бар унда? Дамир ағай, һеҙ килдегеҙме әллә? – тип өндәште Ринат. Тауыш-тын ишетелмәгәс, эскә үтте. Ингәс тә юл сумкаһына күҙе төштө, өҫтөнә куртка һалынған. Бер кем дә йәшәмәй тип әйтмәҫһең дә, бөтөн мебель, кәрәк-яраҡ үҙ урынында, тик нисектер күк еҫе килгән төҫлө.
Төпкө бүлмәнең тәҙрәһенән кемдер тышҡа ҡарап тора. Кемдер түгел, Гөлкәй бит! Ринат уны ниндәй ҡиәфәттә лә, ниндәй алыҫлыҡта, ниндәй кейемдә лә таный.
– Гөлкәй! – Ринаттың тауышы ҡалтыранып, йөрәгенән урғып сыҡты. Бер-ике аҙым атланы ла туҡтап ҡалды. – Гөлкәй! Өнөммө-төшөммө?
Алһыу төҫтәге ҡыҫҡа балаҡлы салбар, селтәрле аҡ кофта, оҙон сәс… Гөлкәй яй ғына әйләнеп баҫты, оҙон керпектәрен елпеп ҡарап алды, йылмайғандай итте. Күҙҙәре ҡыҙарып, шешенгәндәй. Илағанғалыр.
– Гөлкәй! – Ринат ҡатынға яҡын килде, һаҡ ҡына ҡосағына алды. Тегеһе ҡарышманы, башын ирҙең күкрәгенә терәне. Оҙаҡ торҙо улар шулай. Ир ҡулын әҙ генә бушатырға ла ҡурҡты. Әлеге мәленә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Ҡасан да булһа мотлаҡ осрашырҙарын һиҙҙе бит ул, был минуттарҙы өҙөлөп көттө, тик ҡасан булырын ғына күҙ алдына килтерә алмай ине. Бына бит! Килде уның Гөлкәйе! Осрашты улар!
– Бына, ҡайттым... Һағынып, талпынып ҡайттым. Алла бирһә, бер-ике айҙан бөтөнләйгә, бүтән бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡайтам...
– Мин һине көттөм. Көнө-төнө...
– Мин дә.
– Инде мине ташлап китмә, йәме. Бүтәнсә айырылышыуға түҙә алмаясаҡмын.
– Ринат, был осрашыуҙы улай уҡ күңелеңә яҡын алма. – Гөлкәйҙең тауышы һағышлы сыҡты. – Һинең ғаиләң, ҡыҙың бар. Минең арҡала уларҙы етем итмәҫһең бит?
Ринат, ҡапыл ғына ни тиергә белмәй, тотлоғоп ҡалды.
– Мин бит үлергә йыйынмайым... – тине ахырҙа. – Ҡыҙым бер ҡасан да етемлекте тоймаясаҡ, уныһы өсөн тыныс бул.
– Барыбер. Һиңә күренмәй генә китермен тип уйлағайным, бында икәнемде ҡайҙан белдең?
– Алла бабай ҡолағыма шыбырлап китте! – Ринат шаяртып көлөп алды. – Ә ысынында күңелем һиҙҙе. Бүтәнсә бер ҡайҙа ла ебәрмәйем үҙеңде!
– Мин әлегә бик аҙға ҡайттым… Өләсәйемдең ҡәберен булһа ла күреп, сәскә һалып китәйем тигәйнем... – Шунан шым ғына өҫтәп ҡуйҙы: – Унан, элек һинең менән уҙған ерҙәрҙән бер үткем, барыһын да иҫемә төшөрөп, яңынан кисергем килде... Бына, үҙеңде күрергә лә насип булды...
Ринат нимә өсөн китеп барғанын да онотто. Дөрөҫөрәге, онотманы, барғыһы килмәне. Ошондай мәлдә, әҙгә генә ҡайтҡан Гөлкәйен нисек ташлап китһен?! Ҡыҙы ни… дарыуҙарһыҙ күпкә түҙгәнде әҙгә түҙер әле. Бәлки дарыухана ябылғансы барып та етер әле.
Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне Гөлкәй менән Ринаттың. Гөлкәйҙең юлға тип һалып алған бутерброд, һуттары менән тамаҡ ялғап алғас, зыярат яғына атланылар. Сәскә һалып, былтырғы үләндән таҙарттылар. Унан һуң йәшлек һуҡмаҡтары буйлап киттеләр. Һәр һуҡмаҡ таныш, бар урын ҡәҙерле. Кисә генә ошо ерҙән уҙған кеүек. Әйтерһең, кистән генә хушлашып, бөгөн яңынан осрашҡандар.
– Мин бит һине ғәфү итә алмам тип уйлағайным… – Ринат үҙен нисәмә йылдар ыҙалатҡан иҫтәлектәрҙе ҡуҙғытты.
– Минең ғәйебем юҡ, Ринат!
– Аңлайым да бит… Шул ғәрип тип, үҙеңде лә, мине лә бәхетһеҙ иттең… Ундай ҡорбан кәрәк инеме һуң?
– Улай тип әйтмә! – Гөлкәй был һүҙҙәрҙе ҡаты әйтте. – Шунһыҙ мин тыныс күңел менән бер көн дә йәшәй алмаҫ инем. Мин Артурҙы бәхетле итә алыуым менән бәхетлемен… Унан… һин бәхетһеҙме ни?
Һуңғы һүҙҙәренән һуң Гөлкәй көлөмһөрәп ҡуйҙы, тәүге мөхәббәтенең нисек йәшәүе тураһында әҙме-күпме хәбәрҙар ине ул. Ринат йәнә үҙен уңайһыҙ тойҙо. Быны һиҙгән Гөлкәй килеп тыуған уңайһыҙлыҡтан ҡотолорға теләп:
– Мин бында барыһын да оноторға, ниһайәт әҙәмсә тормош башларға тип ҡайттым. Ә һин... Иҫемә төшөрмә! Бер нәмәне лә! Нисәмә йылдар буйына ошо ваҡиғаның күңелемде иҙгәне лә еткән... – тип тыйҙы.
Ысынлап та, әҙ генә ваҡытты күңелһеҙ иҫтәлектәргә әрәм иткәнсе, хәтерҙә уйылып ҡалған матур миҙгелдәр иҫ киткес күп бит. Көн кискә ауышты. Ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
– Уй, миңә китергә ваҡыт! – тип ҡабалана башланы Гөлкәй. – Вокзалға саҡлы алып барып ҡуя алмаҫһыңмы? Йә һуңға ҡалырмын.
– Әллә бөгөнгә ҡалаһыңмы? Үҙеңде күргәндәй ҙә булманым. Зинһар… – тип инәлде Ринат. Уның Гөлкәйҙе һис кенә лә ебәргеһе килмәй ине.
Ҡыҙыҡ, бына егерме йыл күңелендә нәфрәт һәм һөйөү алышып йәшәй. Мөхәббәттәренә хыянат иткән, уйламағанда ғына икенсе кешегә кейәүгә сығып, йәһәннәм аръяғына күсеп киткән Гөлкәйҙе берҙән күрә алманы, шул уҡ ваҡытта үлеп яратты, өҙөлөп һағынды. Әле күңелендә тамсы ла нәфрәт ҡалмауын аңланы.
Гөлкәй, бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, ҡалырға булды. Тыуған яҡтарынан, тәүге мөхәббәтенән тиҙ генә айырылғыһы килмәне уның да.
Ҡатын бер аҙ ял итеп алғансы, Ринат күрше ауылдағы магазиндан бер аҙ аҙыҡ-түлек алып килде. Икеһе лә асыҡҡайны. Өйҙә ҡалырға теләмәнеләр, машинаға ултырып, кеше күҙенән алыҫыраҡ, урман төпкөлөнәрәк инеп урынлаштылар. Ринатты бында һәр эт белә, былай ҙа юлда торған машинаны күреп аптыраусылар табылғандыр...
Өйләнешергә килешеп бөткәйне инде улар. Ата-әсәләре менән һөйләшеп, туй көнөн дә билдәләгәйнеләр. Алтын балдаҡтар, туй күлдәктәре лә алынғайны. Әммә уны кейергә, бәхетле туй көнөн күрергә генә яҙманы шул...
Ул көндө Ринат Гөлкәйе янына бөгөнгө кеүек ашҡынып, ярһып килде. Йөрәге тап бөгөнгөләй сабып типте, үҙе лә кәрәкмәгәнгә ҡабаланды, биш минут эсендә йыйынып, сығып та китте. Гөлкәй, уҡып бөткәндән һуң, үҙҙәренең ауылында фельдшер булып эш башлағайны.
– Иртәгә ял, мин һине үҙебеҙгә алып ҡайтырға килдем, Гөлкәй!.. – тип барғас та ҡыҙға йыйынырға кәрәк икәнен белдерҙе.
– Әлләсе... – Ҡыҙыҡай икеләнеп ҡалды. – Әллә нисек бит әле. Туйҙарына саҡлы көтә лә алмаған, егетенә үҙе килеп еткән, тип әйтерҙәр...
– Кем? Бөтәһе лә беҙҙең һөйөүҙең ни тиклем көслө икәнен, әллә ҡасандан йөрөүебеҙҙе белә. Тамсы ла аптырамаясаҡтар!
– Шулай ҙа бөгөн йөрөмәйек. Аяғым тартмай. Унан, яҡын ара түгел бит.
– Беҙҙе көтәләр!..
– Саҡырған ергә бар, ниңә ҡарышаһың? – Ҡыҙҙың апаһы Гөлфиә Ринатты яҡлашты. Их, шунда Ринат Гөлкәйҙе алып ҡайтырға шул тиклем ашҡынмаған булһасы! Йә Гөлкәй үҙ һүҙендә ныҡ торһа... Бик булмаһа, апаһы ҡаршы төшһә!.. Бәлки, бер нәмә лә булмаҫ ине. Туй көнөн сабыр ғына көтөп алып, бәхетле ғүмер ҡороп ебәрерҙәр ине. Әммә иртәгә нимә булырын кем белә? Гөлкәй тиҙ генә йыйынды ла, Ринатының биленән ҡосаҡлап, матайға менеп тә ултырҙы. Ауылды сығып киткәс, телефонын алмағаны иҫенә төштө.
– Боролайыҡ, Ринат! – тине ҡыҙ. – Насар билдә был…
– Кире боролһаң, юл уңмай, тиҙәр беҙҙә! – Ринат матайының газына нығыраҡ баҫты ғына. Бәлки, шундай ырымдар дөрөҫтөр, анда-һанда ҡолаҡ һалырға кәрәктер?
Шул кистә Артур исемле егеткә ҡыйын булып китә, аяҡ-ҡулдары тыңламай башлай, һөйләшеү ауырлаша. Әсәһе, ярҙам һорап, шунда уҡ Гөлкәйгә йүгереп килә. Әммә өйҙә булмай сыға ҡыҙ… Үс иткәндәй, «Тиҙ ярҙам» машинаһы ла оҙаҡ килмәй тора.
– Шул да булдымы враш! Уйнаш итергә сығып киткән инде! Ә бында минең улым, күҙ нурым үлә... Ы-ы-ы, ысынлап үлә-нитә ҡалһа, йәшәргә бирмәйәсәкмен барыбер! – тип янай.
– Ваҡытында ярҙам күрһәтелһә, бәлки, аяҡҡа баҫыр ине егет… Инсульттан һуң да күптәр бирешмәй, ауырыуҙы еңеп, һин дә мин йәшәп алып китә, – тиҙәр дауаханала.
Икенсе көнөнә Сара апай Гөлкәйҙәргә ут кеүек сәсрәп килеп инә.
– Һин! Һин генә харап иттең минең улыҡайымды! Башын әйләндереп, бер бәхетһеҙ иттең, әле килеп, уйнашта йөрөп, бөтөнләй инвалид яһаның.
Аҡланып, нимәлер аңлатып ҡарай ҡыҙ, әммә ярһыған әсә тыңларға ла теләмәй:
– Хәстрүш, кейәүгә сығам тип йөрөгән була ищу! Күрһәтермен әле мин һиңә кейәү! Улым коляскала ултырғанда бәхет йөҙө күрһәтмәйәсәкмен мин һиңә! Ишеттеңме?! – тип ҡарғана-ҡарғана сығып китә.
Артурҙың башын әйләндерҙең, тиеүе лә дөрөҫ. Мәктәптә уҡыған саҡтарында уҡ күҙе төшә егеттең Гөлкәйгә. Кисәләрҙән һуң йыш ҡына оҙатып та ҡуя. Ҡыҙыҡай ҙа ҡаршы килмәй, дөм-ҡараңғы төндә яңғыҙына ҡурҡыныс. Әммә Гөлкәйҙең йөрәге икенсе кешене һайлай шул. Ринат менән йөрөй башлағас та нимәгәлер өмөт итеп йөрөй ине әле Артур. Холҡо менән әсәһенә оҡшағандыр: барыһы ла тик уныңса, ул теләгәнсә булырға тейеш. Туй көнөн алғараҡ күсерергә мәжбүр булды ҡыҙ. Ул мәлдә һүҙ, Сара апайҙың тырышлығы менән, тик әлеге ваҡиға тирәһендә урала. Кемдер Гөлкәйҙе ғәйепләп, бармаҡ менән төртөп күрһәтһә, икенселәре, Сара апайҙы ғәйепләп: “Бахыр баланы йонсотоп бөтөрҙө. Эш ваҡытында булған хәл түгел бит. Унан, Артурҙың мейеһен араҡы менән йыуып йөрөүенә Гөлкәй ғәйеплеме ни? Табиптар, эсергә ярамай, тип уға күптән әйткән бит инде...” – тип Гөлкәйҙе йәлләй.
Ҡыҙ көн дә район үҙәгенә Артурҙың хәлен белергә йөрөй. Егет аяҡҡа баҫа баҫыуын, әммә һул яғы тулыһынса хәрәкәттән яҙа, таяҡһыҙ бер аҙым да атлай алмай. Һөйләшеүенең дә һис рәте булмай. Гөлкәй бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә ала, көнө-төнө үҙен ҡәһәрләй, шул тиклем ҡайғырыуына күҙенән нур китә. Ахыр килеп Артурға кейәүгә сығып ҡуя.
Быныһын һис көтмәгәйне Ринат. Ишеткәс, үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы, шаярталыр, тип уйланы. Әммә Гөлкәй етди ине.
– Мин уны инвалид иттем! Минең арҡала йөрөй алмай ултыра! Шуға күрә ғүмеремдең ахырынаса уны ҡарарға бурыслымын, – тип аңлатты ул был ҡылығын. Гөлкәйҙең һүҙҙәре булдымы улар, белмәй, аңламай Ринат, әллә башҡа берәйһе башына һеңдерҙеме.
Гөлкәй, туйһыҙ-ниһеҙ, ауыл советына ғына барып яҙылышырбыҙ, тип уйлаһа ла, Сара апай шунда уҡ ҡаршы төшә.
– Бер бөртөк балама туй үткәрмәй буламмы? Көн дә кәләш әйттереп ултырмайбыҙ әле, алғас, шартына килтереп алһын! – тип өҙә һуға. – Киленем дә, Аллаға шөкөр, бына тигән, килмәгән ере юҡ. Шул тиклем дә әҙәпле, изге күңелле. Берәү булһа, инвалид менән яҙмышымды бәйләгәнсе, тип ҡасыу яғын ҡайғыртыр ине, ә ул, улыма кейәүгә сығам тип, үҙе инәлеп йөрөнө! Бына, туйҙарын ғына үткәреп ебәрәм дә, ҡалаға йәшәргә ебәрәм. Киленем тамсы ла ыҙаланмаһын.
Йөҙөнән ҡәнәғәтлек билдәһе бөркөлөп торған тиҙәр шул һүҙҙәрҙе бөтөн ауыл буйлап һөйләп йөрөгәндә. Туй мәлендә ниндәй кәйеф менән ултырғандыр Гөлкәй, уныһы Ринатҡа ҡараңғы, әммә егеттең ул мәлдәге хәлен бер ҙә хәтеренә төшөргөһө килмәй. Дөрөҫөрәге, иҫләмәй ҙә, уға икенсе көндө генә һөйләнеләр. Ярай иптәш егеттәре янында булған, юҡһа килеп, бөтөн туйҙарын туҙҙырыр ине.
Туй үткәс тә йәш ғаилә Мәскәү аръяғына күсеп китте. Унда Гөлкәйҙең бер туған апаһы йәшәй.
Тәүҙә һаман Гөлкәйҙе көттө Ринат, бәлки, ҡайтыр, тип өмөт итте. Кистәрен матайы менән ауылдарына барып ураны. Тәҙрәләренә оҙаҡ итеп текәлеп ҡарап ултырҙы. Элекке кеүек кейенеп-яһаныр ҙа, мин әҙер, тип йүгереп килеп сығыр кеүек тойолдо.
Биш йыллап шулай аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң, кәләш алды. Уны ла аптырағандан, йәше уҙып барғанға һәм уйҙары менән яңғыҙ ҡалмаҫ өсөн, үҙенән ун йәшкә кесе ҡыҙҙы алды ла ҡайтты. Кәләшен насарламай ул, бына тигән, бөтөн яҡлап та килгән. Тик бына Ринат... Ҡайһы берҙә юҡҡа ғына рәнйетә, күҙ йәшен түктерә. Аҙаҡ үкенә. Ә бына һуңлап, көттөрөп кенә донъяға килгән ҡыҙын үлеп ярата Ринат. Уға бер ауыҙ ауыр һүҙ әйттертмәй. Гөлкәйгә булған һөйөүен шул балала тапты булһа кәрәк. Ҡыҙы менән бер-бер хәл булһа, ул да йәшәмәйәсәк, быны яҡшы белә Ринат. Ҡатынының түҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Бына бөгөн дә төнө буйы керпек тә ҡаҡмай, әллә нәмәләр уйлап, яҫтығын күҙ йәшенә сылатып яталыр... Йәлләй уны Ринат. Үҙгәрәм, үткәндәр менән йәшәүҙән туҡтайым, Гөлкәйҙе онотам, тип үҙенә күпме тапҡыр һүҙ биргәне бар, әммә Тере Шишмә ауылы аша үттеме, Фатима әбейҙәрҙең өйөн күрҙеме, донъяһын онота, өйгә лаяҡыл ҡайтып йығыла. Бөтә үсен, асыуын кәләшенә төшөрә. Ҡыҙы… Ринат уға дарыу алып ҡайтырға тейеш ине. Был төндә бер-бер хәл булһа?!. Артур кеүек? Күҙ алдына килтереү менән Ринаттың йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Машинаның пассажир ултырғысында серем иткән Гөлкәйгә баҡты. Алыҫ юлда арып килгәндер, башын терәү менән, сабый бала кеүек мышылдап, йоҡлап та китте. Йөҙөнә ҡараһаң, ул шул тиклем дә бәхетле кеүек. Ә бит яратмаған кешеһе, етмәһә, инвалид менән ғүмер кисереү еңел булмағандыр уға… Был турала Гөлкәйҙең ниңәлер асылғыһы килмәне, һөйләмәне. Ринат үҙе лә төпсөнмәне.
Һауа етмәй башлағас, Ринат һаҡ ҡына ишекте асып тышҡа сыҡты. Тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Күҙ алдында – ҡыҙы менән ҡатыны. Үҙен бер енәйәтсе кеүек тоя башланы ул. Гөлкәй менән, бергә булырбыҙ, бәхетле йәшәрбеҙ, тип киләсәккә план ҡорҙолар ҙа бит... Ринат ғаиләһенән китергә әҙерме һуң? Бөгөн иртән генә уйлап та тормай “Эйе!” тиер ине. Әле иһә икеләнеп ҡалды. Үҙе ҡорған донъяны нисек ҡалдырып сығып китер?
Быға тиклем ҡыҙғаныу хисе тыуғаны юҡ ине лә баһа?!. Бәлки, үҙе лә аңламайынса, йәшәй-йәшәй хәләл ефетен ярата башлағандыр? Быға тиклем, түҙемлелеге, ҡыҙымдың әсәһе булғаны өсөн ихтирам ғына итәм, тип уйланы бит. Уф!.. Үҙе менән ни булғанын үҙе лә аңламай Ринат. Егерме йылын хыялындағы Гөлкәй менән йәшәп уҙғарҙы. Бына ул хыял, эргәлә генә, машина эсендә ята. Ҡапыл ғына ир был хыялды ни эшләтергә белмәне. Тормошҡа ашмаған хыял менән йәшәп, күпме ғүмерен бушҡа уҙғарған, ахырыһы. Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе ҡулға-ҡул тотоноп, бәхетле үткәрер урынға күпме иреш-талаш, күҙ йәше… Уларҙың күбеһе буштан-юҡҡа ғына килеп тыуған ғауға бит. Шул арҡала күпме йылы һүҙ әйтелмәй, хис-тойғо еткерелмәй ҡалған. Ринаттың ҡайтҡыһы, ҡатынының йылы ҡуйынына инеп сумғыһы килде. Гөлкәй… Яҡын да, алыҫ та. Ә ул ысынлап та Ринатты әле һаман яратамы икән? Әллә ул да, яратам, тип үҙен-үҙе алдап ҡына йәшәнеме? Ҡолағында үҙенең, бынан ары мәңге бергә булырбыҙ, тигән һүҙҙәре яңғырап китте. Ысын ир булһа, Гөлкәйҙе улай ныҡ ышандырырға тейеш түгел ул. Иртәгә был турала нисек тә булһа аңғартырға кәрәк. Барыһы ла элеккесә тойолһа ла, ваҡыт барыбер үҙенсә үҙгәрткән, үҙенсә иләгән, һиҙелмәгән генә икән. Әгәр Гөлкәй шул мәлдә яҙмышын Артур менән бәйләмәһә, бөтөнләй икенсе булыр ине. Имеш, күңелдә ундай йөк менән йәшәй алмайым... Үҙе ғәйепле!
Уйҙар сөңгөлөндә уралып, Ринат керпек ҡағып та ҡараманы. Уйҙарын ҡайһы яҡҡа бороп маташһа ла, осо барыбер ғаиләһенә әйләнеп ҡайтты.
Гөлкәй уянғас, тамаҡ ялғап алдылар ҙа, район үҙәгенә юлландылар. Барып еткәнсе әллә ни һөйләшмәнеләр. Машина туҡтағас ҡына Гөлкәй:
– Кисә мине әлдә ебәрмәгәнһең, шуның өсөн рәхмәт һиңә! Мин шул тиклем дә бәхетле! – тип сикәһенән үбеп алды. Яуап итеп ни әйтергә белмәне Ринат. Барыһы ла кисә улар хыялланғанса килеп сыҡмаясағы тураһында ла әйтергә батырсылыҡ итмәне. Нисек һүҙ башларға белмәне. Уның урынына һаман:
– Мин һине көтөрмөн, – тип тыҡыны.
Гөлкәй автобусҡа инеп киткәнсе, таныштары килеп сығыуҙан ҡурҡып, тирә-яғына ялт-йолт ҡаранып, бөтөнләй икенсе һүҙҙәр һөйләп, мәшәү булып тороуына йәне көйҙө. Автобус ҡуҙғалып киткәс кенә еңел тын алды.
Дарыуханаға инеп, кәрәкле дарыуын алғас, ҡайтыр юлға сыҡты. Эшенә өлгөрөргә кәрәк. Йоҡоһон еңергә була, радиоһын асты.
Ташлама һин мине, ташлама –
Яңы тормош инде башлана.
Яңғыҙ итмә, бәғерем, ғәфү ит.
Яңғыҙ тормош бигерәк ауыр бит...
– Ә хәҙер яңылыҡтар менән таныштырабыҙ… – Сәсеү яландарынан хәбәрҙәр, уның артынса мәктәп, имтихандарға әҙерлек тураһында һөйләнеләр. – Үкенескә ҡаршы, иң һуңғы яңылыҡ һөйөнөслөләрҙән түгел, – дикторҙың тауышы хатта ҡалтыранып киткәндәй тойолдо. – Әле генә хәбәр иттеләр: юлдар төҙөк булмау сәбәпле, Белорет юлында “Асҡар – Өфө” автобусы, бер йөк, ике еңел машина бәрелешкән... Автобустағы һигеҙ кешенең икәүһенең генә тере ҡалыуы асыҡланған… Уларҙың да хәле ҡыл өҫтөндә…
Туҡта, Асҡар – Өфө, тиҙәрсе. Гөлкәй ултырып киткән автобус түгелме һуң? Икенсеһе төш мәлендә генә ҡуҙғалырға тейеш ине. Юҡтыр, хәҙер ни “ГАЗель”-таксиҙар ҙа күп бит, шуларҙың береһелер, тип үҙен тынысландырырға тырышты Ринат. Әммә бер аҙҙан ошо уҡ хәбәрҙе яңынан ҡабатланылар. Ринаттың күҙ алды ҡараңғыланды, тыны ҡыҫылды. Ахырҙа, машинаһын туҡтатырға мәжбүр булды. Ни эшләргә? Гөлкәй бит – унда!.. Боролорға ла авария еренә сабырғамы? Әммә унда барып та ни эшләр? Ҡапыл ғына нимә уйларға ла, ниндәй ҡарарға килергә белмәне ул. Башы шаңҡыны. Их, кисә ниңә генә Гөлкәйҙе инәлеп тороп автобусынан ҡалдырҙы ул?! Ҡайтып ҡына киткән булһасы! Күңелендә бөгөн бер ниндәй ҙә көйөк быҫҡымаҫ ине. “Һиңә шул кәрәк, үҙең ғәйепле барыһына ла!” – тип үсәне үҙенә үҙе. Туҡта, ул Гөлкәйҙе үҙ ҡулдары менән әжәл автобусына ултыртып ебәрҙе түгелме һуң? Ринат ныҡышмаһа, Гөлкәй кисә үк Мәскәүендә булыр ине бит!..
– Аааа! – тип ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе ул, сәстәрен услап тартып. – Зинһар, Гөлкәй, йәшә генә! Берүк үлмә! Был тиклем ауыр йөк менән мин нисек йәшәрмен?!..