Рафаил Фәрүәзетдин улы 1940 йылда Үктәй ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған егет колхозда ҡала. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләй. 1959 йылда армия сафына алына. Хәрби хеҙмәтен Ереванда үтә. Тыуған яҡтарына әйләнеп кайтҡас, Дәүләкәнгә барып бер йыллыҡ тракторсылар курсында уҡый. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Рафаил ағай 36 йыл һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.
– Рафаил ағай – иң оҫта тракторсыларҙың береһе ине, иң яуаплы эштәрҙе уға тапшыра инек, – ти шул йылдарҙа бригадир булып эшләгән Мәжит Әхмәҙуллин. – Ул һәр эште ваҡытында еренә еткереп башҡарҙы. Тракторы ватылһа, ул уны төндә үк йүнәтеп иртән эшкә сыға ине. Сәбәпһеҙ бер генә көн дә эшкә сыҡмай ҡалманы.
Рафаил Фәрүәзетдин улының тырыш хеҙмәте төрлө дәрәжәләге бүләктәр менән билдәләнә. Ул – коммунистик хеҙмәт ударнигы (1979 й., 1983 й., 1988й.), социалистик ярыш еңеүсеһе (1977 й., 1980 й), алдынғы механизатор, район һәм колхоз етәкселегенең бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Рафаил ағайҙың ҡатыны Нәзирә Мазһар ҡыҙы ла Үктәйҙән. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған, уҡыуын күрше Байгилде ауылында дауам итә. Һуңынан колхозда эшләй башлай.
1964 йылдың аҙағында йәштәр ғаилә ҡора. Нәзирә апай төп йортҡа килен булып төшә. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы ҡыҙҙар, малайҙар тыуа. Уларҙы ҡарашырға ҡәйнәһе Зәкирә инәй ярҙам итә. Улар бергә егерме йыл татыу ғүмер итә. Уңған килен өйҙә лә, колхозда ла өлгөрә.
Сәхәүетдиновтар ике ул, өс ҡыҙға ғүмер бирә. Инде күптән балалар үҙ ғаиләләрен ҡороп, төрлөһө төрлө ерҙә матур ғүмер итә.
Ял көндәрендә Нәзирә апай менән Рафаил ағайҙың йорто гөрләп тора: тыуған нигеҙ балаларҙы үҙенә тарта. Алты ейән-ейәнсәр, ике бүлә-бүләсә олатай менән өләсәһе янына ҡайтырға ашҡынып тора. Улар бар эштә лә ярҙам итә. Ә олатай үҙе белгәндәрен өйрәтә.
– Һүҙ менән генә балаларҙы эшкә өйрәтеп булмай. Үҙең менән йөрөтөп, күрһәтеп, дәртләндереп ебәрһәң, тиҙ аңлайҙар, – ти Рафаил ағай.
Нәзирә апай менән Рафаил ағай 60 йыл иңгә-иң терәшеп ғүмер итә.
– Иң бәхетле ир – яҡшы ҡатынлы ир, – ти Рафаил ағай. Бәхетле ир ниндәй ул, тигән һорауға яуаплап. – Йәштән һайлаған йәрең менән ғүмер аҙағынаса йәшәү – оло бәхет. Эштән ҡайтыуыма ашарға әҙер, балалар ҡаралған, өй йылы, кейемдәр йыуылған була ине. Нәзирә минең эшемдең ауырлығын һәр ваҡыт аңлап йәшәне.
– 60 йыл – аҙ ваҡыт түгел, – ти Нәзирә апай. – Ҡатын-ҡыҙға күберәк төшә инде. Бөтә йорт эштәрен алып барырға, балаларҙы ҡарарға түҙемлек тә, сабырлыҡ та кәрәк. Иң мөһиме, балаларҙа атаға ҡарата ихтирам, хөрмәт тәрбиәләү. Был әсә кешенең иң беренсе бурысы. Матди яҡтан бер ҡасан да ауырлыҡ күрмәнем. Рафаил эшләп, аҡса алып ҡайтып торҙо. Утын, бесән, тип ҡайғырманым. Ғаиләлә һәр кем үҙ урынында булырға тейеш. Шул саҡта ғына тыныслыҡ та, татыулыҡ та буласаҡ. Бер-береңде һаҡлап йәшәү зарур.
Етеш, мул тормошта йәшәй бөгөн Сәхәүетдиновтар. Ҙур матур йорт, төҙөк ихата. Бар ерҙә тәртип, бөхтәлек. Баҡсаларында йыл әйләнәһенә етерлек йәшелсә-емеш үҫә. Нәзирә апайҙың оҫта баҡсасы икәнен ауылдаштары яҡшы белә. Ул үҫтергән сәскәләр, төрлө сортлы помидорҙар һәр кемдә һоҡланыу уята. Ул ҡышын уҡ киләһе уңышын ҡайғыртып йәшәй: орлоҡтарҙы әҙерләп ҡуйған да инде.
Сәхәүетдиновтар – икеһе лә һуғыш йылы балалары, хеҙмәт ветерандары. Әле лә ғүмер көҙҙәрен яҙ кеүек итеп йәшәй пар.
Сирина Фәррәхова Иглин районы.