Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Апрель 2023, 13:31

Башҡортостандан махсус хәрби операция яугирҙәре “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушылды

«Беҙ бында балаларыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, ата - әсәләребеҙ, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн һуғышҡа барабыҙ», - ти яугирҙәр.

Башҡортостандан махсус хәрби операция яугирҙәре “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушылды
Башҡортостандан махсус хәрби операция яугирҙәре “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушылды

Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов махсус хәрби операция яугирҙәре менән осрашты. Район етәкселеге яҡташ хәрбиҙәрҙә килеп тыуған һорауҙарҙы тикшерҙе һәм уларҙың ғаиләләренә, балаларына тағы нимә менән ярҙам итергә кәрәклеген асыҡланы.
«Яугирҙәр алғы һыҙыҡта генераторҙар, бензобысҡы өсөн сылбырҙар, маскировка селтәрҙәре, серәкәйҙәрҙән, ләпәктәрҙән, талпандарҙан һаҡланыу саралары кәрәклеген әйтте. Олег Евгеньевич тиҙҙән гуманитар ярҙам ебәрәсәктәрен һәм яугирҙәрҙең теләктәрен иҫәпкә алырға тырышасаҡтарын билдәләне.
«Беҙ бында балаларыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, ата - әсәләребеҙ, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн һуғышҡа барабыҙ», - ти яугирҙәр.
Шулай уҡ улар хәрби ярашыу, хәрби эш көндәре, алғы һыҙыҡта көнкүреш шарттары, ауырлыҡтар тураһында һөйләне. «Пуля» һәм «Моряк» позывнойлы благовещендар тыуған ҡалаһында ғына түгел, ә алғы һыҙыҡта ла дуҫ булыуҙарын әйтеп үттеләр.
Бөгөн яугирҙәр ҡыҙҙары менән «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә шыршы үҫентеләре ултыртты. Мәңгелек символы булған шыршылар йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ла йәшел булып ҡала.Улар йәшлекте, ҡыйыулыҡты, тоғролоҡто, оҙон ғүмерлелекте һәм лайыҡлылыҡты кәүҙәләндерә», - тип билдәләне ҡаһарман яҡташтарыбыҙ.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә бөгөн ҡалала һәм районда ике меңдән ашыу шыршы үҫентеһе, шулай уҡ ҡарағай, төрлө ҡыуаҡтар ултыртылды. Ҡаланың Седов урамында ҡыҙыл сағандарҙан "Йәштәр аллеяһы" ла барлыҡҡа килде.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: