Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күптәр изге эшкә битараф ҡалманы

Благовещен ҡалаһында донор ҡанын йыйыу буйынса күсмә пункт эшләне.

Күптәр изге эшкә битараф ҡалманы
Күптәр изге эшкә битараф ҡалманы

Иртәнге сәғәттәрҙә 70-тән ашыу кеше ҡан тапшырыуға яҙылғайны.Республика ҡан биреү станцияһы вәкиле Илнур Сәғәҙиев халыҡтың әүҙемлегенә хайран ҡалды. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәрле һәм эшмәкәрлек өлкәһе кешеләре дауаханалар ихтыяждары өсөн ҡан тапшырырға, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға тигән маҡсат менән килде.

Изге күңелле благовещендар араһында 24-се тапҡыр ҡан биргән Алексей Проскуряков та бар. Беренсе тапҡыр 21 йәшендә, атаһының дуҫына ҡан кәрәк булғанда биргән булған ул.
-Мин дә үҙ теләгем менән ҡан тапшырҙым. Был бик кәрәкле эштән ситтә ҡала алманым. Ҡан теләһә ҡайһы ваҡытта, теләһә ниндәй кешегә, балаларға кәрәк булыуы мөмкин. Бөгөн яралы яугирҙәр өсөн ҡанға оло мохтажлыҡ бар, - ти Алексей.

Һәр бер кеше, медицина яҡлап ҡаршы күрһәтмәләре булмаһа, донор була һәм ҡан банкыһын тулыландыра ала. Был мөһим эштә ҡатнашҡан ҡала – район халҡының ҡан тапшырыуға килеүе тик рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: