VI «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклоры байрамы 13-14 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте. Проект Башҡортостан Республикаһының бренд саралары исемлегенә индерелгән һәм башҡорт фольклорын һаҡлауға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға, иң яҡшы аутентик, этнографик башҡорт фольклор коллективтарын һәм башҡарыусыларын асыҡлауға йүнәлтелгән.
Фестивалдә республиканың Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Йәнсура, Иглин, Ишембай, Күгәрсен, Мәсетле, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла райондарынан, Ырымбур өлкәһенән, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан 24 фольклор коллектив ҡатнашты.
Сарала Иглин һәләттәре бер нисә еңеү яуланы. 16 йәшкә тиклемгеләр араһында «Аҡ тирмә» өлгөлө башҡорт фольклор коллективы I дәрәжә лауреат булды. Бынан тыш, ансамбль «Оҫта ҡул» номинацияһында махсус призға лайыҡ була.
Ҡарамалы мәҙәниәт йортоноң «Хәтирә» башҡорт халыҡ фольклор коллективы (етәксеһе З. Камалова) байрам дипломанты булды.
Сараны ябыу тантанаһы һәм гала-концерт 14 октябрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында үтте.