Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2023, 13:27

“Ҡаҙ өмәһе”нә килегеҙ!

Өфө районының Дмитриевка ауылындағы “Тылсымлы донъя” балалар баҡсаһында “Ҡаҙ өмәһе” байрамы үтте. Көҙгө мул уңыш байрамында ҡатнашҡан әҙерлек полилингваль төркөмө тәрбиәләнеүселәре ата-бабаларҙан ҡалған матур йолалар менән танышты, йырлап-бейеп күңел асты, тәмле ризыҡтар менән һыйланды.

“Ҡаҙ өмәһе”нә килегеҙ!
“Ҡаҙ өмәһе”нә килегеҙ!

Беренсе ҡар ерҙе ҡаплаған саҡта, халыҡ өмәгә йыйылыр булған. Бөгөн дә был байрам халыҡ араһында айырыуса яратып үткәрелә, йолалар тергеҙелә, халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижади өлгөләре иҫкә төшөрөлә. Район ауылдары халҡы ҡош-ҡортто күпләп тота, үткәрелгән был байрам уларҙы дөйөм һәм шундай ғәҙәти булмаған эштәрҙә бергә туплай.

“Ҡаҙ өмәһе”нә килегеҙ!
“Ҡаҙ өмәһе”нә килегеҙ!
Читайте нас: