– Бындай фестивалдәрҙә тәүләп кенә ҡатнашмайбыҙ. Ағинәйҙәребеҙ бик әүҙемдәр. Улар төрлө кимәлдәрҙә үткән сараларға ҙур теләк менән йөрөй. Бына әле март аҙағында туғыҙ кешенән торған төркөм менән Мәскәү сәхнәһендә лә үҙебеҙҙе күрһәтеп ҡайттыҡ. Сәхнәлә сығыш яһау бер шатландырһа, самолетта осоп, ҙур аэропортты күреү, Мәскәү менән танышыу ҙа ҡыуаныслы булды, – ти төркөм етәксеһе Әнисә Әлмәхәмәтова.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Тверь, Ҡазан, Пенза һәм Свердловск ҡала-өлкәләре ҡатнашҡан фестиваль халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү, балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү, халыҡ таланттарын асыу өҫтөндә эш алып бара. Һәр төбәк үҙ проекты менән килгән. Конкурста республикабыҙ вәкилдәре, Шишмә районының Түбәнге Хәжәт һәләттәре үҙҙәренең «Ер быуында дауаланыу» йолаһын күрһәтте. Боронғо халыҡ йолаһын тергеҙеп, тәбиғәттә, аяҡ аҫтында үҫкән дарыу үләндәре тураһында һөйләнеләр.
– Фестивалгә барырға күптән әҙерләндек, һәр үләндең йыйыу ваҡытын белеп, дөрөҫ итеп киптереп, нисек файҙаланыуын да өйрәндек, – ти Миңлелия апай Ҡорманаева.
– Мәскәү сәхнәһен Башҡортостаныбыҙҙың хуш еҫле үләндәре менән тултырып ҡайттыҡ, – тип һүҙгә ҡушыла Рәфинә Иҫәнғужина.
– Милли кейемдәрҙә, тәңкәләребеҙҙе сыңлатып, экскурсияла йөрөнөк. Халыҡ бик йылы ҡаршыланы. Уларҙың күптәре беҙҙең менән фотоға төшөп ҡалырға тырышты. Мәскәүҙең собор мәсетендә, уның Ислам музейында булдыҡ, Ҡыҙыл майҙанды ла күрҙек, – ти Әлфирә Фәттәхова.
«Фатима» фольклор төркөмөнөң сығышын жюри ағзалары юғары баһалап, уларҙы I дәрәжә диплом менән бүләкләнеп, уларға ғөрөф-ғәҙәттәрҙе халыҡҡа еткереү өҫтөндә эш алып барғаны өсөн 5000 һумлыҡ сертификат тапшырылды. Төркөм 2025 йылда Екатеринбургта үтәсәк «Матрешка» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Уларға Мәскәүҙең мәҙәниәт Департаменты махсус бүләк – «Еңеү шатлығы» фестиваленең кубогын, 2024 йылда Түбәнге Новгородта үтәсәк «Сударушка» фестивалендә ҡатнашыу өсөн махсус саҡырыу ҡағыҙы тапшырҙы. Төркөмдөң һәр ағзаһы сертификатлы булды, етәкселәре Әнисә Мостафа ҡыҙы – үҙ эшенә ижади ҡарашлы булғаны, изге күңеллелеге, әүҙемлеге өсөн фестивалдең «Рәхмәт хатына» лайыҡ булды.
Ауылдарыбыҙ ҡото, күрке булып торған ағинәйҙәребеҙ халҡыбыҙҙың онотолоп барған йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, балаларға еткереү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Матур, мәғәнәле байрамдар үткәреп, ауыл халҡын әкренләп кенә тәртипкә әйҙәй, яманлыҡ, эскеселектән арынырға өндәй – ошо эштәре менән улар ҙур хөрмәткә лайыҡ.