Йәйғор
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Август , 17:28

Яҡташтар байрамға йыйылды

Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, уңған халҡы менән танылған Благовещен районының Булат ауылы үткән шәмбелә ауылдаштарын, ситтә йәшәүсе яҡташтарын ауылдың 100 йыллыҡ юбилей сараһына йыйҙы. Ғәзиз йәнтөйәген һағынып ҡайтыусыларға тыуған ерен тағы бер тапҡыр ҡайтып күреү, туғандар, яҡындар менән аралашыу бәхете тейҙе. Йәй - ҡыҙыу эш осоро булһа ла, эшкә лә, байрам, осрашыуҙарға ла ваҡыт тапҡан ауылдаштар, ситтә йәшәүсе яҡташтар тыуған ауылына ағылды.

Тарихын белмәгәндең – киләсәге юҡ!
Тамырҙарын барлаған, тарихын өйрәнгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ, тиҙәр. Бик дөрөҫ һүҙҙәр. Булат ауылының бай тарихы, данлы үткәне, йәшәйештәге хәҙерге тормошо бар. Ул йөҙ йыллыҡ тарихы, күренекле кешеләре, өлгөлө ғаиләләре менән ғорурлана ала, сөнки ауылдар тарихын унда йәшәгән һәм хеҙмәт һалған егәрле кешеләр яҙа.
Булаттың тарихы Бөрө уезының Каршан волосындағы 1688 йылдың 10 мартында Аҡбирҙе Бикбулатов тарафынан нигеҙ һалынған Янағош ауылына барып тоташа. Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, 1906 йылда ауылда 368 урам иҫәпләнгән, унда 2169 кеше йәшәгән, 2 мәсет, 5 сауҙа нөктәһе булған. 2000 меңдән артыҡ булған халыҡҡа сәсеүлектәр етешмәгән, шуға ла күп ғаиләләр 1922 йылда Хәбибулла һәм Сәғәҙәтулла Бикбулатовтар етәкселегендә яңы ергә күсеп ултырырға ҡарар иткәндәр.
Бикбулатовтар, Заһитовтар, Мөҡтәсиб Йәмилевтың ғаиләләре матур тәбиғәте, таҙа шишмәләре булған Өфө кантонының Удельно – Дыуанай волосы биләмәһендәге Булат ауылына нигеҙ һала. Коллективлаштырыу йылдарында уңдырышлы ерҙәрҙе тиҙ генә эшкәртеп, иген сәсеп ебәргән халыҡ үҙенең көнитмеше өсөн тырыша-тырыша уңайлы шарттар булдыра, бура бурап йорт-ҡаралтыһын төҙөй, 1929 йылда “Ястреб”, артабан “Сулпан” колхозында тырышып хеҙмәт һала. Колхоз рәйестәре Ғиндулла Собханҡол улы, Әхмәтғәлей Миңлеғәле улы Бикбулатовтар эшләгән осорҙа халыҡ күпләп колхозға инә. Ни тиһәң дә, унда эштәр көйлө бара: тәүге тирмән төҙөлә, яңы һөнәрҙәр үҙләштерелә, булаттар малсылыҡ, бигерәк тә йылҡысылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Ауылға ат көсө менән эшләй торған техника килтерелә. Тормош күҙгә күренеп яҡшыра башлай, баҫыуҙарға күпләп иген сәселә, күмәк көс менән ауылда быуа быуыла. Иң мөһиме, Булат халҡы берҙәм, дуҫ-татыу булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора.
1940 йылға тиклем Мишкә районының Янағош ауыл Советына ҡараған Булат ауылы ошо уҡ йылда Покровка районы составына индерелә. Ул ваҡытта халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Булатта 284 кеше иҫәпләнә. Артабан Бөйөк Ватан һуғышынан һуң “Сулпан” колхозы Калинин исемендәге колхоз итеп үҙгәртелә һәм 1963 йылдан ул “Мир” тип йөрөтә башлай.
Йылдар үткән һайын ауылда тормош шарттары яҡшыра. Булат - иҫ киткес бай тарихлы, арҙаҡлы шәхестәр биргән, уңған, булдыҡлы, хеҙмәт һөйгән кешеләр йәшәгән төбәк ул. Күптәренең фамилияһы ла бер үк, улар Бикбулатовтар нәҫеленең исеменә тап төшөрмәй, нәҫел ебен өҙмәй, аралашып йәшәй. Ниндәй генә ауыр ваҡыттарҙа ла булаттар үҙҙәренең асылына, кендек ҡаны тамған ғәзиз тупрағына, тыуған еренә тоғро ҡалған, милли рухын юғалтмаған: был ауыл байрамының тәүге минуттарынан уҡ тойолдо.
Оҙаҡ йылдар Саннинск ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялдағы хөрмәтле хеҙмәт ветераны Мәхтүмә Зырянова ауылдаштарын тарихи мәғлүмәттәр, Бикбулатовтар ырыуының шәжәрәһе менән таныштырҙы, ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләне, күренекле ауылдаштарының тормошона байҡау яһаны, ауылдың йөҙ йыллыҡ юбилейын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән, был идеяны хуплағандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте.
Халҡы уңған, яҡташтары данлы...
Был ҙур сараға әҙерлек алдан башланды. Һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын төҙөкләндерҙе, буяны, һылап, ағартты. Кәртә, тыҡрыҡ буйҙарындағы сүп үләндәрен утаны, сапты. Саннинск ауылы хакимиәте башлығы Ғәлиә Йыһаншина етәкселегендә мәктәп уҡытыусылары, ветерандар, ауыл йәмәғәтселеге вәкилдәре – Мәхтүмә Зырянова, Дамир, Зәмир һәм Әлфиә Бикбулатовтар ярҙамы менән байрам бик матур үтте. Уларҙың берәүҙәре байрамды үткәреүгә матди яҡтан ярҙам күрһәтһә, икенселәре фотоматериалдар туплауға, стендтар әҙерләүҙә, сараның сценарийын төҙөүгә булышлыҡ итте.
Байрамдың иң күңелле өлөшө йыр-моң менән бергә үрелеп барған концерт һәм бүләкләү тантанаһы булғандыр. Бер төркөм әүҙемдәр, Саннинск ауылының “Ивушка” рус, ҡала мәҙәниәт үҫеше үҙәгенең “Дуҫлыҡ” татар халыҡ йыры ансамблдәре файҙалы эштәре өсөн рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде. Был көндә өлгөлө тормош ҡороп, тыуған ерендә эшләп, йәшәп, күкрәк көсө менән донъя көткән ғаиләләр, юбилярҙар иҫтәлекле бүләктәргә, изге теләктәргә лайыҡ булды.
Нисек кенә булмаһын, ошондай халыҡ байрамдары, осрашыуҙар ғаиләләрҙә үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта, ауылдарға йәм бирә һәм халыҡты бергә туплай. Туғандар йыйылған түңәрәк табын артында ла изге теләктәр яңғыраны. Һәр ғаилә киләсәктә йышыраҡ осрашырға вәғәҙә биреште. Мул табындан һуң күңелле тауыштар, моңло йырҙар кискә тиклем яңғыраны. Уны отоп алған урман ҡоштары Булат ауылының тирә - яғын оҙон-оҙаҡ йылдар йәмләр әле.
“Тыуып үҫеп, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан атай йортонан, ялан аяҡ йүгереп йөрөгән һуҡмаҡтарҙан ҡәҙерлерәк ер юҡтыр. Яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарға таралып, сит ерҙәрҙә донъя ҡорорға, төпләнергә тура килһә лә, тыуған йортто һағынып ҡайтабыҙ. Иң ҡәҙерле минуттарҙы яҡындарыбыҙ менән бергә үткәрәбеҙ”, - ти ауылдаштар.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: